Был предприятиелар 442 миллион һумлыҡ грант аласаҡ. Ярҙам ҙур сәнәғәт заказсыларының һорауы буйынса Ватан технологияларын үҫтереүгә йүнәлтелгән программалар буйынса күрһәтелде. “Технологик компанияларға ярҙам үҙбеҙҙә барлыҡҡа килгән алымдарҙы үҫтереү, инновациялар индереү һәм баҙарға яңы продукттар сығарыуҙы тиҙләтеү мөмкинлеген бирә. Ошо програмаллар беҙҙең предприятиеларға әһәмиәтле проекттарға тотоноу һәм төбәк иҡтисадын нығытыу өсөн шарттар тыуҙыра”, – ти Бвашҡртостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев. Еңеп сыҡҡан проекттарға “КЕРН-М” тишкес керноотборник, ер өҫтө нефть һәм газ разведкаһы өсөн сейсмик ҡабул иткес, линиялы двигатель ҡуйылған плунжер ҡоролмаһы инә. ФЕКЕР Руслан ШӘЙМӨХӘМӘТОВ, Башҡортостандың Инновацияларға ярҙам үҙәге директоры: “ Грант алған проекттар – тикшеренеү генә түгел, технологияларҙы сәнәғәткә индереү буйынса реаль аҙымдар ул. Уларҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса төбәк компаниялары ил