Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бабич премияһына дәғүә итеүселәрҙең эштәре баһалана

2023-2024 йылдарға әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына дәғүә итеүселәрҙең исемлеге билдәле. Комиссия әле тәҡдим ителгән эштәрҙе ҡарау менән мәшғүл. Мәртәбәле премияға дәғүә итеүселәрҙе тағы бер иҫкә төшөрәйек. Әҙәбиәт өлкәһендә – Заһиҙә Мусина һәм Рәзинә Урманшина, Кемель Токаевтың “Серле эҙ” китабын тәржемәләгән, хәҙерге милли прозаны үҫтереүгә индергән өлөштәре өсөн; Сәнғәт өлкәһендә: – “Ялҡын” вокал студияһы (Әлфиә Балхина), башҡорт музыка сәнғәтен йәштәр араһында популярлаштырғаны, йырҙар аша илһөйәрлек тәрбиәләгәне өсөн; – Гөлназ Мирхәйҙәрова, “Юл башы” күргәҙмә проекты өсөн; - Дамир Тайыпов, профессиональ йәһәттән ҡаҙаныштары һәм вокал сәнғәт өлкәһендә башҡорт музыкаһын пропагандалаған өсөн; – Әлиә Исҡужина, профессиональ башҡорт академия вокаль музыкаһын популярлаштырыуы һәм халыҡты башҡорт музыка мәҙәниәтенә йәлеп итеүе өсөн; – Камила Солтангәрәева, хореографияла юғары ҡаҙаныштары һәм “Дон Кихот” балетындағы К

2023-2024 йылдарға әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына дәғүә итеүселәрҙең исемлеге билдәле. Комиссия әле тәҡдим ителгән эштәрҙе ҡарау менән мәшғүл. Мәртәбәле премияға дәғүә итеүселәрҙе тағы бер иҫкә төшөрәйек. Әҙәбиәт өлкәһендә – Заһиҙә Мусина һәм Рәзинә Урманшина, Кемель Токаевтың “Серле эҙ” китабын тәржемәләгән, хәҙерге милли прозаны үҫтереүгә индергән өлөштәре өсөн; Сәнғәт өлкәһендә: – “Ялҡын” вокал студияһы (Әлфиә Балхина), башҡорт музыка сәнғәтен йәштәр араһында популярлаштырғаны, йырҙар аша илһөйәрлек тәрбиәләгәне өсөн; – Гөлназ Мирхәйҙәрова, “Юл башы” күргәҙмә проекты өсөн; - Дамир Тайыпов, профессиональ йәһәттән ҡаҙаныштары һәм вокал сәнғәт өлкәһендә башҡорт музыкаһын пропагандалаған өсөн; – Әлиә Исҡужина, профессиональ башҡорт академия вокаль музыкаһын популярлаштырыуы һәм халыҡты башҡорт музыка мәҙәниәтенә йәлеп итеүе өсөн; – Камила Солтангәрәева, хореографияла юғары ҡаҙаныштары һәм “Дон Кихот” балетындағы Китри, “Шәһрезада” балетындағы Зөбәйҙә партиялары өсөн; – Хәбир Аралбаев, башҡорт сәхнә халыҡ бейеүҙәрендә солист булараҡ һәм башҡорт хореография сәнғәтен мәҙәни мираҫ булараҡ танытҡаны өсөн; – Искәндәр Мөхәмәтйәнов, “Ҡошсолар йыйыны” төбәк-ара фольклор байрамының режиссеры булараҡ; Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бейеүселәре – Рәзил Мырҙаҡов, Рәсил Сәғитов, Софья Сәйетова, Сергей Бикбулатов, Рөстәм Исхаҡов – “Рахманинов” балет-фантазияһында алдынғы партияларҙы юғары кимәлдә башҡарғандары өсөн; – Хәйҙәр Вәлиев, дирижер, башҡорт музыка мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереү, популярлаштырыуға индергән өлөшө, республиканан ситтә хор сәнғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн; – Илшат Нәҙерғолов, башҡорт музыка сәнғәтен үҫтереүе һәм ҡурайҙы популярлаштырыуы өсөн; – Азат Ғәлиуллин, башҡорт мәҙәниәтен пропагандалаған махсус репортаждар циклы һәм Анастасия Илсебаева, “Мегасело” телевизион проектын тормошҡа ашырған өсөн; – Наилә Биктимерова, Земфира Рәшитова, башҡорт музыка мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереүгә индергән өлөштәре, “NAZA” музыка альбомын ижад иткән өсөн; – Азат Юлтимеров, ҙур концерт эшмәкәрлеге һәм тынлы сәнғәтте популярлаштырған өсөн. Фото: Башинформ.