Миңә 29 йәш. Атай-әсәйебеҙ беҙҙе – ағайым менән мине – һөйөп-наҙлап ҡына үҫтерҙе. Атайыбыҙ – ныҡ йомшаҡ күңелле кеше. Хатта тауыҡ-ҡаҙҙы салырға ла йәлләй, әсәйем был эште күрше бабайҙан эшләтә. Әммә бөгөнгө һүҙем ул турала түгел. Юғары белем алып, баш ҡалала эшләп йөрөйөм. 25 йәшем тулып уҙғас, атай-әсәйем (башлыса әсәйем инде), эйәле-башлы булыу, ғаилә ҡороу тураһында һүҙ ҡуҙғата башланы. Туғандар тарафынан да иң йыш бирелгән һорау ошо: "Гүзәлиә, ҡасан кейәүгә сығаһың? Туйҙа йөрөгө килә!" Ағайым күптән ғаиләле, 22 йәшендә генә өйләнеп, өс балаға атай булып та өлгөрҙө. Хәҙер атай-әсәйемдең төп маҡсаты һәм хыялы – мине матур итеп кейәүгә биреү. Дуҫлашып йөрөгән егеттәрем булманы түгел, булды, тик “Бына ошо кеше – минең яҙмышым!” тип әйтерлеген осратманым. Әммә кейәүгә сығып, матур ғаилә ҡороу, балалар үҫтереү тураһында үҙем дә уйланам, ваҡыт үтеп барғанын яҡшы аңлайым. Һәм бына, ниһайәт, эҙләгән кешемде осраттым кеүек. Юғары белемле, аҡыллы, матур итеп эшләп йөрөй, маҡсатлы. Дуҫлаша баш
Йәшем үтеп бара тип, тупаҫ һүҙле егеткә кейәүгә сығырғамы икән?
6 ноября 20256 ноя 2025
2 мин