Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Дәүләт ҡурайсылар ансамбле Екатеринбургта сығыш яһаны

Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт ҡурайсылар ансамбле Свердловск өлкәһенең “Урал” халыҡ сәнғәте үҙәгендә “Самауыр янында” сағыу халыҡ байрамында ҡатнашты. Был сәйәхәт йәш, әммә республикабыҙҙа лайыҡлы урын биләгән коллективтың тарихында беренсе фестиваль. – Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына һәм, әлбиттә, коллективҡа ошондай матур концерт өсөн рәхмәт! Юғары профессионализм кимәле, ҡурай оҫталығы, милли көйҙәр тамашасыларҙа һоҡланыу уятты! Ҡурай минең яратҡан музыка ҡоралдарымдың береһе, шуға күрә был концерт минең күңелемә майҙай яғылды. Айырыуса, Дәүләт ансамбленең концерт директоры һәм солисы Илнур Аҡбаевтың эшен билдәләп үтергә теләйем. Үҙ эшен белеп һәм профессиональ ойошторолғанлығы ойоштора белә. Киләсәктә лә был ансамблде шәхсән концерттары менән үҙебеҙҙең сәхнәлә күрергә теләйбеҙ. Етәкселек менән был мәсьәләне хәл итәсәкбеҙ, – тип билдәләне Свердловск өлкәһе “Урал халыҡ сәнғәте үҙәге” директоры урынбаҫары Анастасия Ов

Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт ҡурайсылар ансамбле Свердловск өлкәһенең “Урал” халыҡ сәнғәте үҙәгендә “Самауыр янында” сағыу халыҡ байрамында ҡатнашты. Был сәйәхәт йәш, әммә республикабыҙҙа лайыҡлы урын биләгән коллективтың тарихында беренсе фестиваль. – Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына һәм, әлбиттә, коллективҡа ошондай матур концерт өсөн рәхмәт! Юғары профессионализм кимәле, ҡурай оҫталығы, милли көйҙәр тамашасыларҙа һоҡланыу уятты! Ҡурай минең яратҡан музыка ҡоралдарымдың береһе, шуға күрә был концерт минең күңелемә майҙай яғылды. Айырыуса, Дәүләт ансамбленең концерт директоры һәм солисы Илнур Аҡбаевтың эшен билдәләп үтергә теләйем. Үҙ эшен белеп һәм профессиональ ойошторолғанлығы ойоштора белә. Киләсәктә лә был ансамблде шәхсән концерттары менән үҙебеҙҙең сәхнәлә күрергә теләйбеҙ. Етәкселек менән был мәсьәләне хәл итәсәкбеҙ, – тип билдәләне Свердловск өлкәһе “Урал халыҡ сәнғәте үҙәге” директоры урынбаҫары Анастасия Овинова. Әйткәндәй Урал халыҡ сәнғәте үҙәгендә “Самауыр янында” халыҡ байрамы ул һәр ваҡыт ысын халыҡ байрамы, бында традицияларҙы хөрмәт итәләр һәм ихлас ижадты яраталар. Был киң аудитория башҡорт музыка мәҙәниәтенең бөтә матурлығын һәм үҙенсәлеген күрһәтеү өсөн дә идеаль майҙансыҡ. – Рәсәй Концерт ойошмалары союзының Урал бүлексәһе советында ансамблдең презентацияһынан һуң “Самауыр янында» фестивалендә ҡатнашырға саҡырыу алғайныҡ. Был беҙҙең өсөн ҡыуаныслы мәл булды һәм беҙ бик етди әҙерләндек. Был беҙҙең беренсе фестиваль бит! Сәйәхәт бик йылы тәьҫораттар һәм хәтирәләр ҡалдырҙы. Фестиваль юғары кимәлдә ойошторолған. Килеп еткәс тә беҙгә куратор беркетелде һәм ул беҙҙең менән сәйәхәтебеҙҙең аҙағынаса бергә булды, күп нәмәләрҙә ярҙам итте. Барыһына ла, бигерәк тә техник персоналға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, улар бик яҡшы эшләй! Тамашасы беҙҙе бик йылы ҡабул итте, беҙҙең өсөн был хатта көтөлмәгәнерәк булды. Сығышыбыҙҙан һуң улар менән оҙаҡ аралаштыҡ, яҡташтарыбыҙ ҙа булды. Үҙәк етәкселеге беҙҙе тағы бер тапҡыр концерт менән сығыш яһарға саҡырҙы. Шуға күрә тиҙҙән Урал тамашасыларын тағы ла концертыбыҙ менән ҡыуандырырға өмөтләнәбеҙ, –тип уртаҡлашты Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең солисы, концерт директоры Илнур Аҡбаев. Барыбыҙ ҙа беләбеҙ, ҡурай – ул ябай инструмент ҡына түгел, ул халыҡтың йәне, уның тауышы, уның тарихы. Ҡурайсылар ансамбленең башҡорт халыҡ көйҙәрен башҡарыуы бер кемде лә битараф ҡалдырмаған көслө лә, мауыҡтырғыс та, иң моңло тауыш. Быны екатеринбургтар ҙа баһаланы. – Урал яулап алынды! Сығышығыҙ менән инструменттың тере тауышын ишеттереүегеҙ өсөн рәхмәт. Аранжировкалар ҙа һәм тауыштар ҙа бик оҡшаны. Һеҙҙең ижадығыҙ һәм башҡорт халҡының мәҙәниәте менән танышыуыма шатмын, – тип белдерҙе тамашасы Татьяна Панова. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, ансамбль программалары йәштәр өсөн дә, өлкән йәштәгеләр өсөн дә уйлап эшләнгән һәм Тыуған илгә ҡарата илһөйәрлек һәм мөхәббәт тойғоһон формалаштырыуға йүнәлтелгән. 2024-2025 йылдарҙағы концерт миҙгелендә Дәүләт ансамбле республика буйынса бөтәһе 100-гә яҡын концерт уҙғарҙы. Перспективала 2026 йылдың йәйендә XI халыҡ-ара “Безумные дни” фестивалендә төрлө майҙансыҡтарҙа бер нисә концерт менән ҡатнашыу тора. Фотолар: Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының матбуғат хеҙмәте.