Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Һамар ҡалаһында барған “Рәсәй – спорт державаһы” форумында тармаҡтың ҡеүәте тураһында һөйләне. Форум физик культура, һөнәри һәм күмәк спортты үҫтереүгә арналған ҙур тармаҡ сараһы булып тора. Республика етәксеһе ил төбәктәренең күргәҙмәләре экспозицияларын ҡараны, Рәсәй Спорт министрлығы стендында Башҡортостандың исем туйын үткәрҙе, ил Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенкоға төбәктең физик культура һәм спортты үҫтереү буйынса төп йүнәлештәрен күрһәте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: ил Президенты Владимир Путин 2030 йылғаса халыҡтың физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнгән өлөшөн 70 процентҡа еткереү бурысын ҡуйҙы. Башҡортостанда был күрһәткес 2019 йылдағы 45,2 проценттан 2024 йылда 62 процентҡа етте. “Спорт – беҙҙең республикалағы дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлештәренең береһе. Беҙ уға ҙур иғтибар бирәбеҙ. Дөйөм алғанда, Башҡортостандың спорт инфраструктураһы һәйбәт үҫешкән, беҙҙә көслө командалар күп. Спорт ҡорамалдары һәм формалары, экипировк