Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Итте ошолай маринадлағыҙ!

Ауылдарҙа әле эре мал, ҡаҙ һуйған ваҡыт. Иттән ниндәй генә ризыҡтар бешермәй уңған хужабикәләр. Һеҙгә ит өсөн бик тәмле маринад тәҡдим итәбеҙ. Уны төрлө иттән әҙерләргә мөмкин, ҡаҙ, тауыҡ ите ҡулланырға була. Бының өсөн итте ваҡлап турайбыҙ. Артабан уның өсөн маринад әҙерләйбеҙ. Бер баш һуған, бер нисә тырнаҡ һарымһаҡты блендерҙа иҙәбеҙ, уға борос, тоҙ, үҙегеҙгә оҡшаған тәмләткестәр, бер аҙ аҡ май ҡушабыҙ. Барыһын да блендерҙа бутағас, бер масса килеп сыға. Итте ошо маринадҡа һалып болғатып ҡуябыҙ. Кәмендә ул ярты сәғәт торорға тейеш. Бешергәндә тәүге ҡатламға бәрәңге һалабыҙ, өҫтөнә маридланған итте теҙәбеҙ. Бәрәңге иттең тәмен үҙенә һеңдереп тәмле итеп бешә. Ашығыҙ тәмле булһын! Автор фотолары.