“Ғаилә” милли проектына ярашлы (национальный проект "Семья") Бәләбәйҙә “Айгөл” исемле балалар баҡсаһы яңыртылды. Был турала Бәләбәй районы хакимиәте хәбәр итә. 1981 йылда төҙөлгән мәктәпкәсә учреждениеға ремонт талап ителгән була. Һөҙөмтәлә балалар баҡсаһының 14 бүлмәһендә линолеум алмаштырыла, тәҙрә блоктары ҡуйыла. Хәҙер бүлмәләрҙә йылыраҡ, яҡтыраҡ булып киткән. - Тәҙрәләрҙе, иҙән япмаларын алмаштырыу төркөмдәрҙәге микромөхитте яҡшыртты. Хәҙер беҙҙең тәрбиәләнеүсләргә бында шөғөлләнеүе лә, уйнауы ла уңайлы. Бөтә коллектив, ата-әсәләр, тәрбиәләнеүселәр исеменән беҙҙең хыялды тормошҡа ашырырға ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт, - тине балалар баҡсаһы мөдире Нина Ртищева. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.