Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Һеҙҙең ауыл был исемлектә бармы?

Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Мәғлүмәттәр иҡтисады” милли проекты (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы бара. Яңы база станцияларын төҙөү һәм әле эшләгән телеком-инфраструктураны заманлаштырыу һөҙөмтәһендә түбәндәге ауылдарҙа сигналдарҙы яҡшырта алғандар: Дыуан районы — Дыуан, Мәсәғүт ауылдары; Иглин районы — Иглин, Охлебинин ауылдары; Учалы районы — Ахун, Бөйҙө, Миндәк ауылдары; Саҡмағош районы — Новосеменкин ауылы; Әбйәлил районы — Иҙәш Ҡусҡары ауылы; Архангел районы — Айытмәмбәт; Благовещен районы — Иҫке Илек ауылы; Ҡыйғы районы — Сирбай ауылы; Кушнаренко районы — Илек ауылы; Нуриман районы — Ишморат ауылы; Салауат районы — Әлкә ауылы; Хәйбулла районы — Абдулнасир, Сәғит, Первомайский, Баҡал ауылдары. - Бәйләнеш операторҙарының бәләкәй ауылдарҙа булған элемтә бәйләнешен үҫтереү һәм яңы ҡорамалдарҙы ҡуй

Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Мәғлүмәттәр иҡтисады” милли проекты (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы бара. Яңы база станцияларын төҙөү һәм әле эшләгән телеком-инфраструктураны заманлаштырыу һөҙөмтәһендә түбәндәге ауылдарҙа сигналдарҙы яҡшырта алғандар: Дыуан районы — Дыуан, Мәсәғүт ауылдары; Иглин районы — Иглин, Охлебинин ауылдары; Учалы районы — Ахун, Бөйҙө, Миндәк ауылдары; Саҡмағош районы — Новосеменкин ауылы; Әбйәлил районы — Иҙәш Ҡусҡары ауылы; Архангел районы — Айытмәмбәт; Благовещен районы — Иҫке Илек ауылы; Ҡыйғы районы — Сирбай ауылы; Кушнаренко районы — Илек ауылы; Нуриман районы — Ишморат ауылы; Салауат районы — Әлкә ауылы; Хәйбулла районы — Абдулнасир, Сәғит, Первомайский, Баҡал ауылдары. - Бәйләнеш операторҙарының бәләкәй ауылдарҙа булған элемтә бәйләнешен үҫтереү һәм яңы ҡорамалдарҙы ҡуйыу Башҡортостанда йәшәүселәргә электрон хеҙмәттәрҙән файҙаланыу мөмкинлеген бирә, - тине республиканың һанлы үҫеш идараһы министры Геннадий Разумикин. Сығанаҡ: БР Һанлы үҫеш идараһы министрлығы; фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.