Радий Хәбиров үҙенең сәләмләү сығышында Башҡортостанда йәштәр хәрәкәттәрен үҫтереүгә етди иғтибар бирелеүен билдәләне. - Беҙҙең республика мөһим йәмәғәт проектын - "Тарих һаҡсылары” Бөтә Рәсәй слетын ҡабул итә. Бында беҙҙең менән «Беренселәр хәрәкәте» һәм «Юнармия» вәкилдәре. Беҙҙең дөйөм девизыбыҙ - “Бергә көслөрәк!» Һәм беҙ уны эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырабыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк Башлығы. - Беҙгә Башҡортостанға бөтә илдән иң яҡшы балалар килде, тип ышанам. Һеҙҙән шундай энергия килә, ул рухты үҙенә йәлеп итә. Республикабыҙ танышҡан, дуҫлашҡан, берләшкән һәм ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса аралашҡан урын булараҡ һеҙҙең хәтерҙә ҡалһын. Мәктәпте тамамлағас, һеҙҙе университеттарыбыҙға саҡырабыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, һеҙ иҫ киткес, көслө, аҡыллы һәм талантлы. Уңыштар һеҙгә! «Беренселәр хәрәкәте» идараһы рәйесе урынбаҫары Ксения Янова сығышында Башҡортостандың идара итеү командаһына слетты юғары кимәлдә ойошторғаны өсөн рәхмәт белдерҙе һәм йәмәғәт ойошмаһының илдәге һәр тораҡ пунктты үҙ эсе