Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бәләкәстәргә йылмайыу бүләк итәләр

Башҡортостандағы дөйөм белем биреү ойошмаларында 255 мәктәп стоматология кабинеты иҫәпләнә. Уларҙың 88-е Өфө ҡалаһында урынлашҡан. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 2019 йылдың 13 авгусында ҡабул иткән Ҡарарына ярашлы, 2019 – 2023 йылдарҙа республикала стоматология кабинеттарын булдырыу буйынса “Ҡанатлан!” мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу” модуле барлыҡҡа килде. Уның һөҙөмтәһендә яңы стоматология ҡорамалдары менән йыһазландырылған һәм берҙәм дизайн стилендә биҙәлгән 110 лицензиялы кабинет барлыҡҡа килгән. Әйткәндәй, күптән түгел Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә 500-ҙән ашыу бала уҡыған һәр мәктәптә заманса стоматология кабинеты эшләргә тейешлеген билдәләне. – Был - мәктәп уҡыусыларына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм етди ауырыуҙарҙы иҫкәртеү. Эште дауам итәбеҙ, – тине төбәк етәксеһе. Әйткәндәй, уҡыу йылы башынан алып стоматологтар 27109 уҡыусыны һәм 1540 педагогия хеҙмәткәрен ҡараған, 7086 баланы һәм 530 уҡытыусыны дауалаған. Башҡортостандың

Башҡортостандағы дөйөм белем биреү ойошмаларында 255 мәктәп стоматология кабинеты иҫәпләнә. Уларҙың 88-е Өфө ҡалаһында урынлашҡан. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 2019 йылдың 13 авгусында ҡабул иткән Ҡарарына ярашлы, 2019 – 2023 йылдарҙа республикала стоматология кабинеттарын булдырыу буйынса “Ҡанатлан!” мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу” модуле барлыҡҡа килде. Уның һөҙөмтәһендә яңы стоматология ҡорамалдары менән йыһазландырылған һәм берҙәм дизайн стилендә биҙәлгән 110 лицензиялы кабинет барлыҡҡа килгән. Әйткәндәй, күптән түгел Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә 500-ҙән ашыу бала уҡыған һәр мәктәптә заманса стоматология кабинеты эшләргә тейешлеген билдәләне. – Был - мәктәп уҡыусыларына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм етди ауырыуҙарҙы иҫкәртеү. Эште дауам итәбеҙ, – тине төбәк етәксеһе. Әйткәндәй, уҡыу йылы башынан алып стоматологтар 27109 уҡыусыны һәм 1540 педагогия хеҙмәткәрен ҡараған, 7086 баланы һәм 530 уҡытыусыны дауалаған. Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итеүенсә, республика дөйөм белем биреү ойошмаларында 255 мәктәп стоматология кабинеты эшләй, шуларҙың 110-ы “Сәләмәт йылмайыу” модуленә ярашлы асылған. – Икенсе йыл рәттән “Сәләмәт йылмайыу” проекты индерелгәнгә тиклем асылған стоматология кабинеттарын реновациялау буйынса эш алып барабыҙ, – тине министр. –2024 йылда республика бюджеты аҡсаһы иҫәбенә 16 ошондай бина ремонтланды һәм яңыртылды, ә 2025 йылда – тағы ла һигеҙ. Бындай стоматология кабинеттарында балаларҙы тикшереү һәм санациялауҙан тыш, иҫкәртеү эштәре лә ҡаралған: стоматологик белем биреү, ауыҙ ҡыуышлығын гигиенаға ярашлы тәрбиәләү ҡағиҙәләрен өйрәтеү, иҫкәртеү сараларын ҡулланыу, икенсел иҫкәртеү кеүек эштәр атҡарыла. Шул рәүешле табиптар балаларға йылмайыу бүләк итә. Нефтекама ҡала дауаханаһының теш табибы Елена Ехлакова 2008 йылдан мәктәптәрҙәге стоматология кабинеттарында эшләй. Әле ул Нефтекама ҡалаһындағы 13-сө урта мәктәбендә һәм Башҡорт гимназияһында уҡыусыларға медицина ярҙамы күрһәтә. Елена Борисовна әйтеүенсә, мәктәп стоматология кабинетында эшләү һөнәри йәһәттән ҡәнәғәтлек килтерә. Уға балаларҙың үҫеүен, ауыҙ ҡыуышлығын таҙартыу гигиенаһына мөнәсәбәтенең үҙгәреүен күҙәтеү оҡшай. Табибә даими рәүештә һөнәри йәһәттән үҫешкә ынтыла һәм уҡыусыларҙы сәләмәт тормош алып барырға өндәй. Өфө районының Зубов ауылындағы “Белем” мәғариф үҙәгендә һәм Шамонин ауылындағы мәктәптә лә поликлиника структураһында стоматология кабинеттары эшләй. Улар кәрәкле заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Уҡыусыларҙы 20 йылға яҡын хеҙмәт стажы булған табип Гүзәл Мәүләүи ҡыҙы Мөхөтдинова (һүрәттә) ҡабул итә. - Маҡсатыбыҙ – балалар тештәренең сәләмәтлеген һаҡлау. Һәр бала, медицина тикшереүенә ярашлы, йылына бер тапҡыр стоматологта булырға тейеш, - ти Гүзәл Мәүләүи ҡыҙы. Әйткәндәй, Башҡортостан – мәктәп стоматологияһын үҫтереү буйынса лидерҙарҙың береһе. Алдағы йылдарҙа ла республикала стоматология кабинеттарын асыу планлаштырылған. Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы: - Башҡортостан – мәктәп стоматологияһы эшләгән лидер төбәктәр араһында. Беҙ мәктәптәрҙә стоматология кабигеттарын һаҡлап алып ҡалдыҡ. Һуңғы йылдарҙа уларҙың һанын арттыра алдыҡ. Балаларҙың йылмайыуы – тормошта иң мөһиме. Әгәр был йылмайыу сәләмәт икән, икеләтә яҡшы. Беҙ, өлкәндәр, Башҡортостанда тап шулай булһын өсөн тырышабыҙ. Елена ЕХЛАКОВА, Нефтекама ҡала дауаханаһы теш табибы: – Нефтекама мәктәптәрендә заманса стоматология кабинеттары барлыҡҡа килде. Беҙ балаларҙың тешен ҡарайбыҙ, ҡатмарлы булмаған кариесты дауалайбыҙ, ауыҙ ҡыуышлығындағы төрлө сирҙәрҙе асыҡлайбыҙ һәм башҡа белгестәргә йүнәлтәбеҙ. Хәҙер балалар тешен ҡарай һәм дауалауға мохтаждар аҙ. Автор фотоһы. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!