Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Тарих ул һандар һәм ваҡиғалар ғына түгел

Бөгөн Өфөлә “Тарихты һаҡлаусылар” проектының III Бөтә Рәсәй слетын асыу тантанаһы үткәрелде. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 500 самаһы үҫмер ҡатнаша. Сараны Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында Беренселәр хәрәкәте һәм “ЮНАРМИЯ” йәштәр һәм үҫмерҙәр хәрәкәте ойошторҙо. “Тарих - ул һандар һәм ваҡиғалар ғына түгел, ә үткәндәрҙе, бөгөнгөнө һәм киләсәкте бергә тоташтырған йәнле еп”, – тине тантананы асҡандағы тәбрикләү һүҙендә республиканың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров. Йәш тарихсыларҙы тәбрикләү һүҙе менән шулай уҡ республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин да сығыш яһаны. Слетта 14 йәштән 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр, шулай уҡ уларҙың кәңәшсе-тәрбиәселәре ҡатнаша. Улар “Тарихты һаҡлаусылар” проектының төп йүнәлештәре менән түбәндәге тректарҙа танышасаҡ: “Тарихи хәтерҙе һаҡлап ҡалыу”, “Почетлы ҡарауыл”, “Шефлыҡ ирекмәнлек төрө булараҡ” , “Йәш хәбәрселәр” һәм “Лидерҙар”. “Тарихты һаҡлаусылар” – илдең барлыҡ төбәктәрендәге йәш илһөйәрҙәрҙе һәм уларҙың тәрбиәселәрен берл

Бөгөн Өфөлә “Тарихты һаҡлаусылар” проектының III Бөтә Рәсәй слетын асыу тантанаһы үткәрелде. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 500 самаһы үҫмер ҡатнаша. Сараны Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында Беренселәр хәрәкәте һәм “ЮНАРМИЯ” йәштәр һәм үҫмерҙәр хәрәкәте ойошторҙо. “Тарих - ул һандар һәм ваҡиғалар ғына түгел, ә үткәндәрҙе, бөгөнгөнө һәм киләсәкте бергә тоташтырған йәнле еп”, – тине тантананы асҡандағы тәбрикләү һүҙендә республиканың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров. Йәш тарихсыларҙы тәбрикләү һүҙе менән шулай уҡ республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин да сығыш яһаны. Слетта 14 йәштән 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр, шулай уҡ уларҙың кәңәшсе-тәрбиәселәре ҡатнаша. Улар “Тарихты һаҡлаусылар” проектының төп йүнәлештәре менән түбәндәге тректарҙа танышасаҡ: “Тарихи хәтерҙе һаҡлап ҡалыу”, “Почетлы ҡарауыл”, “Шефлыҡ ирекмәнлек төрө булараҡ” , “Йәш хәбәрселәр” һәм “Лидерҙар”. “Тарихты һаҡлаусылар” – илдең барлыҡ төбәктәрендәге йәш илһөйәрҙәрҙе һәм уларҙың тәрбиәселәрен берләштергән уникаль проект. Уның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, бигерәк тә хәҙерге заманда тарихты боҙоп һәм оноттороп күрһәтергә маташыу барғанда. Слетта ҡатнашыусылар – илдең ысын илһөйәрҙәре, улар Рәсәй тарихына һәм яңы быуындар уны нисек беләсәгенә һәм хәтерләйәсәгенә битараф түгел. Автор фотоһы. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!