▶️ Суд приставтарының төп төбәк-ара идаралалығы эшмәкәрлеге «Башҡортостан буйынса Рәсәй суд приставтарының төп төбәк-ара идаралалығы эшмәкәрлеге» тураһында тапшырыу үтте. Студия ҡунағы — Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәтенең махсуслаштырылған бүлеге етәксеһе Зөлфәт Ихсан улы Илбәков булды. Тапшырыуҙың төп йүнәлеше-суд ҡарарҙарын үтәү хоҡуғы һәм халыҡтың ғәмәлдәге хоҡуҡтарын һаҡлау. Эфирҙа суд приставтары хеҙмәтенең 160 йыллыҡ тарихы һәм уның бөгөнгө әһәмиәте хаҡында һөйләшеү булды. Зөлфәт Ихсан улы яңы төҙөлгән махсуслаштырылған бүлектең маҡсаты-айырыуса мөһим һәм социаль әһәмиәтле башҡарыу документтарын тормошҡа ашырыу икәнен билдәләне. Унда етем балаларҙың торлаҡ менән тәьмин итеү, дарыуҙар биреү, мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек сараларын булдырыу кеүек ҡарарҙарҙы үтәүгә айырым иғтибар бүленде. Шулай уҡ башҡарыу эштәренең оҙайлы барыуына йоғонто яһаған сәбәптәр һәм контроль саралары ҡаралды. -------------------------- Поделитесь Вашим мнением о событиях, проис
Иртәнге самауыр - Суд приставтарының төп төбәк-ара идаралалығы эшмәкәрлеге
5 ноября 20255 ноя 2025
1 мин