Телевидение алып барыусыһы һәм актер Юрий Николаев вафат булды. 4 ноябрҙә көндөҙ күптәрҙең яратҡан шәхесе, Рәсәй телевидениеһы легендаһы арабыҙҙан китте. Уға 76 йәш ине. Һуңғы айҙарҙа Юрий Николаев пневмонияның ауыр формаһы менән сирләгән. "Дауаханала гелән яманһыу", - тип яуаплаған хәлен белешкәндә. Үҙенең оҙайлы карьераһында Николаев тотош дәүерҙең символына әүерелеп, «Иртәнге почта», «Иртәнге йондоҙ», «Республика ҡаҙанышы» кеүек билдәле телетапшырыуҙарҙы алып барҙы. Артистың яғымлы йөҙө һәм йомшаҡ тауышы уның тапшырыуҙарын ҡарап үҫкән миллионлаған тамашасының хәтерендә мәңгегә ҡалыр. Бәхил булығыҙ! Фото: Беренсе канал. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!