Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров Рафаил Диваевҡа орден тапшырҙы

Төбәк етәксеһе Рафаил Үзбәк улына күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе. – Барлыҡ эш осороғоҙ ябай булмаған ваҡытҡа тура килде. Һеҙ һәр ваҡыт дөрөҫ позицияла инегеҙ, хоҡуҡ тәртибен һаҡлауҙа һәм беҙҙә йәшәгән халыҡтың именлеге һағында торҙоғоҙ, республика мәнфәғәттәрен яҡланығыҙ, - тине Радий Хәбиров. Сарала шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, төбәк буйынса эске эштәр министры урынбаҫарҙары Артур Сәйфуллин һәм Айҙар Зөбәйеров ҡатнашты. Улар ҙа Рафаил Үзбәк улының Башҡортостан үҫешенә тос өлөш индереүе тураһында әйтте. Рафаил Диваев үҙ сиратында республика буйынса Эске эштәр министрлығының ярҙамына һәм төбәктең идара итеү командаһы менән бергә эшләүҙең һөҙөмтәлелегенә юғары баһа бирҙе. - Тотош ғүмерем Ватанға хеҙмәт итеүгә арналды. Башҡортостан етәкселегенә хатта ауыр 1990 йылдарҙа ла туҡтамаған ҙур ярҙам өсөн рәхмәт. Республика личный составҡа ярҙам итте, транспорт, бәйләнеш саралары һәм б

Төбәк етәксеһе Рафаил Үзбәк улына күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе. – Барлыҡ эш осороғоҙ ябай булмаған ваҡытҡа тура килде. Һеҙ һәр ваҡыт дөрөҫ позицияла инегеҙ, хоҡуҡ тәртибен һаҡлауҙа һәм беҙҙә йәшәгән халыҡтың именлеге һағында торҙоғоҙ, республика мәнфәғәттәрен яҡланығыҙ, - тине Радий Хәбиров. Сарала шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, төбәк буйынса эске эштәр министры урынбаҫарҙары Артур Сәйфуллин һәм Айҙар Зөбәйеров ҡатнашты. Улар ҙа Рафаил Үзбәк улының Башҡортостан үҫешенә тос өлөш индереүе тураһында әйтте. Рафаил Диваев үҙ сиратында республика буйынса Эске эштәр министрлығының ярҙамына һәм төбәктең идара итеү командаһы менән бергә эшләүҙең һөҙөмтәлелегенә юғары баһа бирҙе. - Тотош ғүмерем Ватанға хеҙмәт итеүгә арналды. Башҡортостан етәкселегенә хатта ауыр 1990 йылдарҙа ла туҡтамаған ҙур ярҙам өсөн рәхмәт. Республика личный составҡа ярҙам итте, транспорт, бәйләнеш саралары һәм башҡа ҡорамалдар менән беҙҙе тәьмин итте, - тине Рафаил Диваев. - Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа республикала йәшәүселәр менән бергә булырға тырыштыҡ, хоҡуҡ тәртибе булдырҙыҡ һәм тыуған Башҡортостаныбыҙҙы бергәләп үҫтерҙек. Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә барыһына ла бәхет, һаулыҡ һәм именлек теләйем. Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров Рафаил Диваевты оҙайлы емешле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены менән наградланды. Белешмә:Рафаил Үзбәк улы Диваев 1950 йылдың 2 ноябрендә Ауырғазы районының Абдрахман ауылында тыуған. 1971 йылдан эске эштәр органдарында төрлө вазифаларҙа хеҙмәт иткән. 1996 – 2008 йылдарҙа Башҡортостан буйынса эске эштәр министры вазифаһын атҡарған. 2008 – 2011 йылдарҙа республика Премьер-министры урынбаҫары булған. Почет, Салауат Юлаев ордендары һәм ведомство наградалары менән бүләкләнгән. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Сығанаҡ, фото: Башҡортостан Башлығы сайты. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!