Миңә 55 йәш, яңғыҙмын. Әле күпмелер ай элек кенә бер түгел ике ғаиләм бар ине. Хәҙер бер кемгә лә кәрәгем ҡалманы... Ентекләберәк һөйләйем әле хәлемде. Минең, ысынлап та, ике ғаиләм бар ине. Тәүгеһе – йәшлек мөхәббәтем, рәсми никахта торған ҡатыным. Уның менән студент саҡта таныштыҡ. Үлә яҙып яратышып өйләнештек. Студент ятағында башлаған тормошобоҙ тора-бара нығына башланы. Тәүге улыбыҙ тыуыуға бер бүлмәле фатирыбыҙ бар ине. Икебеҙ ҙә тырышып эшләп донъя тупланыҡ. Фатирыбыҙ киңәйҙе, икебеҙгә лә машина алдыҡ, ҡала янындағы ауылда ҙур йортобоҙ бар. Аҡсалы урында эшләйбеҙ. Улым өйләнеп башҡа сығырға өлгөрҙө, ә унынсы класта уҡыған ҡыҙыбыҙ яныбыҙҙа. Ҡатын менән егерме йыл самаһы йәшәгәс, ғаилә тормошо ялҡыта башланы. Көн дә ул, холҡон да, үҙен дә тулыһынса беләм. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡатынымдың ҡыҙығы бөтә башланы. Шул саҡта ҡул аҫтымда эшләгән бухгалтер ҡыҙ башымды әйләндерҙе. Йәш, сибәр, күҙ-ҡашы уйнап тора. Күп тә үтмәне, уның менән осраша башланыҡ. Ғашиҡ булғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым