Бөгөн Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнә. Был байрам гражданлыҡ, тыуған илгә һөйөү тойғоларын нығытыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Башҡортостан илебеҙҙең социаль тотороҡлоҡ, милләт–ара һәм конфессия–ара татыулыҡ, дуҫлыҡ һәм халыҡтар туғанлығы хас булған терәк төбәге. Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән, дуҫтар! Күгебеҙ аяҙ, илебеҙ имен булһын, тыныслыҡ ҡайтһын, дуҫ-татыу йәшәйек.