Ҡалала өс бүлмәле фатирҙа йәшәп ятҡан көнөбөҙ. Торлаҡ ҙур булғас, бөтә килгән-киткән беҙҙә. Берәмләп тә, күмәкләп тә, оҙаҡҡа ла киләләр. Бер һүҙебеҙ юҡ: үҙебеҙҙе лә ҡасандыр яҡын кешеләребеҙ һыйындырҙы, тартты, хәҙер ярҙам итергә беҙҙең сират. Туғандар шулай бер-береһен тартырға тейеш. "Мин бер кемгә бер нәмә тейеш түгел" тигән принцип беҙҙең халыҡҡа бөтөнләй тап килмәй. Былары - һүҙ ыңғайы ғына. Һөйләргә теләгәнем - икенсе тема. Килгән ҡунаҡтарҙың ҡайһы берҙәренең, өйөгөҙҙә нимәлер бар, йоҡлай алманым, йә юрғанымды тарта, йә сәсемде, тип зарланғаны күп булды. Үҙебеҙҙең дә тып иткән тауыш ишеткән бар ул, тик уны иғтибарға ла алған юҡ, күп фатирлы ҡала йортонда ни, күршелә ҡалаҡ төшһә лә, яңғырап ишетелә бит. Мин үҙем, ғөмүмән, ундай күҙгә күренмәҫ заттар, ен-пәрейҙәр барлығына ышанған кеше түгел. Бәләкәй саҡта ла малайҙар үҙ-ара шул темаға хәбәр һатҡанда, һөйләгеҙ әйҙә әкиәтегеҙҙе, тип көлә торғайным. Бер заман дауаханаға тип балдыҙ килде ике балаһы менән. Апалары килгән кешеләргә йоҡл