Стәрлетамаҡ районының Рощинский ауылында 1 ноябрҙә ҙур янғын сыҡҡан. Ул ике ҡатлы йорттағы ике бүлмәле фатирҙа башланған. Ҡотҡарыусылар утты һүндергәндә 58 йәшлек ҡатындың йәнһеҙ кәүҙәһен тапҡан. Төтөн эсенән 61 йәшлек ирҙе сығарып, дауаханаға алып киткәндәр тип яҙғайнылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы уны ла ҡотҡара алмағандар, ул да бер аҙҙан һәләк булған. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлыҡ мәғлүмәте буйынса, йорттан 15 кеше үҙаллы сыға алған. Уларҙың береһе лә зыян күрмәгән. Әлеге ваҡытта тикшереүселәр янғын сәбәбен асыҡлай. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan