Һарымһаҡ кулинар тәмләткесе һәм тәбиғи антибиотик булараҡ киң билдәле. Ләкин башҡа файҙалы үҙенсәлектәре лә күп. Мәҫәлән, ата-бабаларыбыҙ уны мендәр аҫтына ҡуйып, йоҡоно яҡшыртыу өсөн дә ҡулланған. Яҫтыҡ аҫтындағы һарымһаҡ танау каналдарын таҙартырға ярҙам итә, тын алыуҙы яҡшырта һәм йоҡоға булышлыҡ итә икән. Бынан тыш, мендәр аҫтындағы һарымһаҡты даими ҡулланыу иммунитетты арттыра ала. Йоҡо проблемалары менән яфаланғандарға һарымһаҡты ҡайнатып эсергә кәңәш ителә. Уны әҙерләү еңел: ваҡланған бер һарымһаҡ тешен һәм ҡәнәферҙе бер стакан һөттә өс минут ҡайнатырға. Шунан ҡәнәферҙе сығарып, сәй ҡалағы бал өҫтәп ҡуйырға. Йылы эсемлекте йоҡлар алдынан ярты сәғәт алдан эсергә кәрәк. Һарымһаҡ ҡайнатмаһында нервы системаһын тынысландырыусы магний һәм йоҡо сифатын яҡшыртыусы калий бар. Был компоненттар баш мейеһендә һәм үҙәк нервы системаһында нейрондарҙың әүҙемлеген кәметергә ярҙам итә, был ял итеүгә һәм йоҡоға китеүгә булышлыҡ итә. Автор фотоһы.