Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Әбйәлил башлығының урынбаҫары ҡайҙа юлланды?

Бөгөн Әбйәлил районынан хәрби комисариатта РФ-тың Оборона министрлығы менән мобилизацион резерв буйынса контракт төҙөгән тәүге төркөм оҙатылды. Райондан күнекмәләргә юлланған 11 резервист төркөмөн район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов етәкләйәсәк. Резервистар составында район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Вил Миәнов, Хәмит ауыл биләмәһенең элекке башлығы Данил Нуретдинов һәм башҡалар бар. «Был илдең төбәк кимәлендә оборона һәләтен нығытҡан мөһим башланғыс, - тип билдәләне оҙатыу барышында район хакимиәте башлығы Айрат Әминев. - Бындай әҙерлек үткән кешеләр - ҡиммәтле кадрҙар ресурсы, ул әле үк әҙерләнгән һәм кәрәкле оҫталыҡҡа эйә». Әбйәлилдәр өсөн был контракт ҡына түгел, ә аңлы аҙым һәм ғаиләнән айырылмайынса яңы һөнәр, хәрби исем һәм хатта дәүләт наградалары алыу мөмкинлеге. Барыһына ла уңыштар теләйбеҙ! Сығанаҡ һәм фото: "Абзелил" Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!