Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Кер йыуыу машинаһына һыймаһа...

Ҙур, ауыр юрған һәм пледтарҙы йыуыу еңел түгел. Ярар әле кер йыуыу машинаһына һыйһа. Ә һыймаһа? Химчисткаға бирергә ашыҡмағыҙ, юрғандарҙы өй шарттарында ла йыуырға була. Әлбиттә, был бик еңел түгел, шулай ҙа атҡарып сығырлыҡ ғәмәл. Түбәндәге кәңәште "Өй өсөн кәңәштәр" дзен-каналы бирә. Тәүҙә йыуыу өсөн урын һайларға кәрәк. Идеаль вариант – ванна. Улар хәҙер ауыл йорттарында ла күп. Булмаһа – бик ҙур кәритә алабыҙ. Ваннаға йылы һыу һалабыҙ, яҡынса 40 градус булырға тейеш. Юрған йәки пледтың ярлығындағы яҙыуҙы ла ҡарау мөһим. Бәлки температура тағы ла түбәнерәк булырға тейештер. Артабан йыуыу саралары алабыҙ: алты аш ҡалағы сода, ике аш ҡалағы шыйыҡ йыуыу сараһы йәки ҡашығаяҡ йыуыу өсөн шыйыҡса. Состав тулыһынса ирергә тейеш, шунан уны һыуға һалып, дүрт сәғәткә юрғанды ебетергә ҡалдырабыҙ. Ваҡыт-ваҡыты менән юрғанды иҙгеләп, болғап алабыҙ: ҡул йәки таяҡ (мәҫәлән, швабра таяғы) менән. Ныҡ бысраҡ булһа тапап алырға ла була. Дүрт сәғәт үткәс һыуҙы түгәбеҙ һәм сайҡай башлайбыҙ. Таҙа һыуҙы у

Ҙур, ауыр юрған һәм пледтарҙы йыуыу еңел түгел. Ярар әле кер йыуыу машинаһына һыйһа. Ә һыймаһа? Химчисткаға бирергә ашыҡмағыҙ, юрғандарҙы өй шарттарында ла йыуырға була. Әлбиттә, был бик еңел түгел, шулай ҙа атҡарып сығырлыҡ ғәмәл. Түбәндәге кәңәште "Өй өсөн кәңәштәр" дзен-каналы бирә. Тәүҙә йыуыу өсөн урын һайларға кәрәк. Идеаль вариант – ванна. Улар хәҙер ауыл йорттарында ла күп. Булмаһа – бик ҙур кәритә алабыҙ. Ваннаға йылы һыу һалабыҙ, яҡынса 40 градус булырға тейеш. Юрған йәки пледтың ярлығындағы яҙыуҙы ла ҡарау мөһим. Бәлки температура тағы ла түбәнерәк булырға тейештер. Артабан йыуыу саралары алабыҙ: алты аш ҡалағы сода, ике аш ҡалағы шыйыҡ йыуыу сараһы йәки ҡашығаяҡ йыуыу өсөн шыйыҡса. Состав тулыһынса ирергә тейеш, шунан уны һыуға һалып, дүрт сәғәткә юрғанды ебетергә ҡалдырабыҙ. Ваҡыт-ваҡыты менән юрғанды иҙгеләп, болғап алабыҙ: ҡул йәки таяҡ (мәҫәлән, швабра таяғы) менән. Ныҡ бысраҡ булһа тапап алырға ла була. Дүрт сәғәт үткәс һыуҙы түгәбеҙ һәм сайҡай башлайбыҙ. Таҙа һыуҙы ул үтә күренә башлағанға тиклем бер нисә тапҡыр алмаштырырға тура килер. Был ваҡытта тороп ҡалған таптарҙы ҡул менән ышҡығыҙ. Сайҡап бөткәс, артыҡ һыу һарҡһын өсөн юрғанды ванна эсендә бороғоҙ. Күтәрмәгеҙ, ул ауыр. Һыу яйлап үҙе һарҡһын. Бынан һуң тышҡа сығарып, уны ултырғыстар өҫтөнә һалығыҙ, ҡала фатирында балконды файҙаланығыҙ. 15 минутта артыҡ һыу ағып бөтөргә тейеш. Оҙағыраҡҡа ҡалдырмағыҙ, насар еҫ барлыҡҡа килеүе ихтимал. Еңеләйгәс иһә уны бауға элеп, ғәҙәттәгесә киптереп алығыҙ. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!