Республикала 2019 йылдан алып бизнес-шәрифтәр институты уңышлы эшләп килә. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән булдырылды. Улар муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтарының урынбаҫары кимәлендәге статус биләй. Бөгөн тормошобоҙҙо йүнселлектән айырып ҡарау мөмкин түгел. Ниндәй генә өлкәне алма, ҡайҙа ғына барма, хатта һаулыҡ һаҡлау, белем биреү өлкәһе лә бизнес менән бәйле. Ҙур үҫеш бәләкәй эшҡыуарлыҡтан башланыуын яҡшы аңлай барыһы ла. Шуға күрә республикала үҙ эшен асҡан йүнселдәргә бар яҡлап ярҙам күрһәтелә, уларҙың проекттары ҡала һәм районда үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡарала. Тап һәр төбәктән уңышлы эшләгән йүнселдәрҙе табыу, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау, эшҡыуарҙарға үҙ эшен асыуға ғына түгел, уны артабан алып китеү, киңәйтеү өсөн бар шарттар тыуҙырыу, төбәккә инвестор йәлеп итеү, власть һәм үҙ эшен асҡан йүнселдәр араһында хеҙмәттәшлек урынлаштырыу кеүек бурыстарҙы үтәй ҙә инде урындағы бизнес-шәрифтәр. Республикала бизнес-шәрифтәр ярҙамында биш йыл эшләү дәүерендә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген күтәреүгә йүнәлтелгән меңәрләгән сара уҙғарылған. Мәҫәлән, 2019-2024 йылдарҙа 17 меңгә яҡын "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" ойошторолған. Был беҙгә 24 меңдән ашыу проектты ҡарарға һәм дөйөм 117,5 миллиард һум инвестицияға 12 меңдән ашыу башланғысты тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирҙе. Был эш арҡаһында 28 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырылған. Бизнес-шәрифтәрҙең уртаса йәше 40-55 йәш, әммә бер нисә йүнәлештә эшләгән 27 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәш һөнәр эйәләре лә бар. Хеҙмәткәрҙәрҙең яртыһы тиерлек үҙҙәре лә эшҡыуарлыҡ тәжрибәһенә эйә, ә 16 кешенең үҙ эшен алып барыу тәжрибәһе ун йылдан ашыу тәшкил итә. Шуныһы мөһим: бизнес-шәрифтар араһында 40 процент ҡатын-ҡыҙ, уларҙың күбеһе иҡтисад һәм хоҡуҡ буйынса юғары белемлеләр. Бөгөнгө көнгә 35 муниципалитет бизнес-шәрифтәрҙең төп функцияларын тик иҡтисади өлкәлә генә билдәләһә, 28 муниципалитетта хеҙмәткәрҙәр ер мәсьәләләре һәм инвестиция проекттары менән бәйле өҫтәмә бурыстарҙы ла үтәй. Төбәктең стратегик маҡсаттарына ирешеүҙә бизнес-шәрифтәрҙең роле ҙур. Сағыштырып ҡараһаҡ, 2024 йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итеүгә 1 миллиард һум аҡса бүленгән, шуның 445 миллион һумдан ашыуы "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ" милли проектын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. 2025 йылдың биш айында муниципалитеттарҙа аҙна һайын «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматында 1278 осрашыу үткәрелгән, уларҙа 1629 проект ҡаралған. Декларацияланған инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 104 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. Бизнес-шәрифтәр әле үҙҙәренең муниципалитеттарында эшҡыуарлыҡты һәм туризмды үҫтереүҙең яңы мөмкинлектәрен эҙләй, шулай уҡ муниципаль-ара хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерә. Улар урындағы эшҡыуарҙар менән даими осрашып, көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерә, башланғыстарҙы хуплай. Иң әүҙем диалогтар алты ҙур ҡала округында: Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский, Өфө, Сибай, Нефтекамала, шулай уҡ Стәрлетамаҡ районында күҙәтелә. Сибайҙа картинг–клуб асылды Һуңғы йылдарҙа Сибай ҡалаһында сауҙа, көнкүреш хеҙмәтләндереү ныҡ үҫешә. Йүнселдәрҙең был тәңгәлдә үҙ эштәрен асыуҙа ҡала хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нең аҙна һайын үтеүе лә йоғонто яһамай ҡалмайҙыр. Биш йыл эсендә Сибайҙа 250-нән ашыу эшҡыуарлыҡ сәғәте уҙғарылған. Уларҙың 97 проценты уңышлы тормошҡа ашырылған, тип хәбәр итә республика Хөкүмәте. Ҡалала эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән тотош ғаилә династияларының да барлыҡҡа килеүе маҡтауға лайыҡ. Шундайҙарҙың береһе –Зәйҙуллиндар. Күптән түгел Алина Зәйҙуллина тырышлығы менән Сибайҙа тиҙлек һәм адреналин яратыусылар өсөн тәүге ябыҡ картинг-клуб асылды. Проект төҙөү идеяһын Алина Зәйҙуллинаға уның эшлекле партнеры Динислам Фәхрисламов тәҡдим иткән. Клуб хужалары белдереүенсә, был сибайҙар өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур бүләк. Сөнки картинг-клубтың асылыуы ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн яңы мөмкинлектәр тыуҙырасаҡ, шулай уҡ эш урындары булдырырға һәм Сибайҙың спорт инфраструктураһы үҫешенә булышлыҡ итәсәк. “Kart City” картинг – клуб төрлө йүнәлештәге боролоштар конфигурацияһы булған заманса трассаны, төрлө әҙерлек кимәлендәге уҙышсылар өсөн хәүефһеҙ ҡорамалды, уңайлы ял зонаһын, уҙышсыларға һөҙөмтәләрҙе секундтың йөҙҙәрсә өлөштәренә тиклем аныҡлыҡ менән күҙәтеп барыу мөмкинлеген биргән телеметрия системаһын үҙ эсенә ала. Неон яҡтыртҡыс хәүефһеҙлекте тәьмин итеп кенә ҡалмай, трассаны футуристик уҙыш трегына әүерелдерә. Тиҙлек һәм уҙышты яратыусылар картинг-клубтың мөмкинлектәрен үҙҙәрендә һынап ҡараны ла инде. Артабан да заман талаптарына яуап биргән, халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән төрлө ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү, ғөмүмән, әүҙем тормош рәүешен пропагандалаған урындар күберәк асылыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ. Бөгөн йәштәр ҙә, оло быуын да сәләмәт тормошто үҙ итә, спорттың төрлө өлкәләрен һайлай. “Ҡурай”ҙы туристар үҙ иткән Хәйбулла районында ла үҙ эшен асырға теләгән йүнселдәр өсөн район етәкселеге тарафынан бар яҡлап ярҙам күрһәтелә. Һуңғы йылдарҙа төбәктә агротуризм, туризм буйынса ла маҡсатлы эш алып барыла. Һаҡмар йылғаһы буйлап тын тултырмалы һалдарҙа, каркаслы-йыйылмалы байдаркаларҙа, катамарандарҙа туристарға ағып төшөү өсөн маршруттар булдырылған, экотуризм һәм социаль туризмдар йүнәлешендә лә үҙ эшен асҡан йүнселдәр бар. Шулай ҙа эшҡыуарлыҡтың төрлө йүнәлешендә ярайһы уҡ ҙур уңыштарға ирешкән, төбәктә билдәле эшҡыуар Илшат Игебаевтың эшмәкәрлеге туризм өлкәһендә уңышлы проекттының тормошҡа ашырылыуына асыҡ миҫал. Уның йәмле Һаҡмар йылғаһы буйындағы Йәнтеш ауылы эргәһендә урынлашҡан “Ҡурай” ял базаһы тиҙ арала районда ғына түгел, күрше өлкәләрҙә лә популярлыҡ яулаған. Ғаиләһе менән төрлө сит илдәргә сәйәхәт итергә яратҡан, башҡа төбәктәрҙең һәм илдәрҙең матурлығын күргән Илшат Игебаев күптән инде тәбиғәттә ял итеү өсөн уңайлы урын булдырыу теләге менән яна. Үҙенең бизнес-планын тормошҡа ашырыу өсөн район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашып, 300 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы алыуға ирешә. — Үҙем сәйәхәт итергә яратҡан кеше булараҡ, һәр саҡ яҡташтарымдың йәмле тәбиғәт ҡосағында, йылға тауышын тыңлап, саф һауала ял итеү, тәбиғәтебеҙҙең матурлығы менән һоҡланыу мөмкинлеге булыуын теләй торғайным, – ти Илшат Игебаев.—Бүленгән аҡсаға квадроцикл һәм алты метрлыҡ тирмә һатып алдыҡ. Шулай уҡ үҙ аҡсама ҡойма, 100 кешелек беседка, тирмә ултырттыҡ, асыҡ сәхнә төҙөнөк. Ләкин урындың потенциалы күпкә ҙурыраҡ икәнен аңлап, тағы ла ике ҡатлы дубль-йорт төҙөлөшө башланыҡ. Киләсәктә ял базаһы исеме есеменә тап килерлек булһын өсөн биләмәлә ҡурайға һәйкәл һәм музей асырға теләйем. Ҡурай – башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы, уның бренды. Район халҡы һәм ҡунаҡтары ошо музыка ҡоралын баһалаһын һәм белһен ине. Ике миҙгел буйына ял базаһында Башҡортостан эстрадаһы артистары ҡатнашлығында төрлө концерттар, шулай уҡ юбилейҙар, класташтарҙың осрашыуҙары үткән. Йыл дауамында үҙ эшен дауам итәсәк ял базаһында ҡышҡы миҙгел өсөн дә ял итеүселәрҙең ялын ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп үткәреү өсөн бөгөндән үк эштәр башланған. Экстремаль тау саңғыһы, “Буран” ҡарйөрөгөстәрендә төрлө маршруттар ҡарала. Төбәктәге туризм үҫеше туристарҙы йәлеп итеп кенә ҡалмай, урында эш урындары барлыҡҡа килтерә, район иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итә. “Шеф-кофе” – иң яҡшы сауҙа нөктәһе Баймаҡ ҡалаһы үҙәгендә урынлашҡан шәхси эшҡыуар Руслан Сәғәҙиевтең “Шеф-кофе” кафеһы ла халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙалана. Йүнселгә үҙ эшен асыуға “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ярҙам итә. Шуныһы ҡыуаныслы, ошо көндәрҙә “Башҡортостан Республикаһының ҡулланыусылар баҙары” республика конкурсына йомғаҡ яһаны. Баймаҡ районынан дүрт эшҡыуарҙың сауҙа нөктәһе дүрт номинацияла ҡатнашҡан. Һөҙөмтәлә шәхси эшҡыуар Руслан Сәғәҙиевтең “Шеф-кофе” кафеһы “Иң яҡшы станционар булмаған сауҙа нөктәһе” номинацияһында еңеү яулаған. Күреүегеҙсә, йүнселдәр ниндәй генә өлкәлә үҙ эшен асыуҙарына ҡарамаҫтан, һәр ҡала һәм район етәкселәре тарафынан ярҙам алыуға ирешә. Әйткәндәй, Башҡортостандағы инвестиция порталында "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"нә ғаризалар һаны артҡан. Йыл башынан INVESTRB порталына “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында муниципаль бизнес-шәрифтәр менән осрашыуға 331 заявка килгән, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Геннадий Разумикин, Башҡортостандың һанлы үҫеш һәм дәүләт идараһы министры. Инвестиция порталының электрон хеҙмәте – эшҡыуарҙар өсөн генә түгел, бизнес-шәрифтар өсөн дә ярҙам. Бизнес-ғаризаларҙы күҙәтеү һәм йыйыу өсөн платформаны әүҙем ҡулланыу дөйөм статистика йыйыу һәм уларҙың барышын күҙәтеү мөмкинлеген бирә. 2020 йылдың ғинуарынан алып “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” кәңәшмәләрендә ҡатнашыуға йәмғеһе 9267 ғариза ҡабул ителгән. Фотолар: Сибай ҡалаһы, Баймаҡ һәм Хәйбулла хакимиәте сайтынан.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә эшҡыуарҙарға ниндәй ярҙам күрһәтелә?
1 ноября 20251 ноя 2025
7 мин
Республикала 2019 йылдан алып бизнес-шәрифтәр институты уңышлы эшләп килә. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән булдырылды. Улар муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтарының урынбаҫары кимәлендәге статус биләй. Бөгөн тормошобоҙҙо йүнселлектән айырып ҡарау мөмкин түгел. Ниндәй генә өлкәне алма, ҡайҙа ғына барма, хатта һаулыҡ һаҡлау, белем биреү өлкәһе лә бизнес менән бәйле. Ҙур үҫеш бәләкәй эшҡыуарлыҡтан башланыуын яҡшы аңлай барыһы ла. Шуға күрә республикала үҙ эшен асҡан йүнселдәргә бар яҡлап ярҙам күрһәтелә, уларҙың проекттары ҡала һәм районда үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡарала. Тап һәр төбәктән уңышлы эшләгән йүнселдәрҙе табыу, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау, эшҡыуарҙарға үҙ эшен асыуға ғына түгел, уны артабан алып китеү, киңәйтеү өсөн бар шарттар тыуҙырыу, төбәккә инвестор йәлеп итеү, власть һәм үҙ эшен асҡан йүнселдәр араһында хеҙмәттәшлек урынлаштырыу кеүек бурыстарҙы үтәй ҙә инде урындағы бизнес-шәрифтәр. Республикала бизнес-шәрифтәр ярҙамынд