Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Данилдың торлаҡ шарттары яҡшырасаҡ

“Ватан һаҡсылары” фондының төп эш йүнәлештәренең береһе МХО-нан ауыр хәрби йәрәхәттәр менән демобилизацияланған яугирҙәрҙең торлаҡтарын уңайлаштырыуға бәйле. Был маҡсатта ил күләмендә “Инвалидлыҡ алған МХО ветерандарына йәшәү мөхитен яраҡлаштырыу” программаһы эшләй. Уның буйынса һуғышта аяҡ-ҡулын юғалтып демобилизацияланған яугирҙәргә ярҙам күрһәтелә. Ошо көндәрҙә Әбйәлил районына “Ватан һаҡсылары” дәүләт фондының республика филиалы етәксеһе урынбаҫары Ирек Зарипов етәкселегендәге махсус комиссия килгән. Улар Ташбулат ауылынан МХО-ла уң ҡулын юғалтҡан 31 йәшлек Данил Хужиндың торлаҡ шарттарын уға уңайлы итеп яраҡлаштырыу һәм махсус кейемдәр тектереү буйынса үлсәмдәр алған. “Аҡыллы йорт” системаһы Данилдың көнкүрешен бермә-бер еңеләйтәсәк. Сығанаҡ: "Осҡон" гәзите. Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan