Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Иң мөһиме – халыҡтар татыу йәшәһен

Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров унда ҡатнашҡан төрлө милләт вәкилдәрен тәбрикләп, яҡынлашып килгән оло байрам менән ҡотланы. – Бөгөн Башҡортостан халҡы, ата-бабаларыбыҙ кеүек үк, Ватанды йәнә иңгә-иң терәшеп һаҡлай. Тарих күп тапҡыр беҙҙең һынау ваҡытында тағы ла нығыраҡ берләшеүебеҙҙе иҫбатлай. Ниндәй генә ҡурҡыныс булып күренмәһен, һәр дошманды еңеп сыға. Шулай булды, бар һәм буласаҡ, – тине ул. Радий Хәбиров заманса шарттарҙа республиканың йылдам үҫешенә лә байҡау яһап, Башҡортостандың ышаныслы аҙымдар менән алға барыуы, сәнәғәттең үҫеүе, ҙур инвестиция проекттары тормошҡа ашырылыуы, халыҡтың социаль хәле яҡшырыуы хаҡында һөйләне. “Республикабыҙҙың хәүефһеҙ уртаҡ йорт, беҙгә лә, балаларыбыҙ һәм ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә лә туған, яҡын булыуы үҙебеҙҙән тора. Иң мөһиме – төрлө халыҡтар, дин вәкилдәре берҙәм, татыу йәшәгән, изгелек, хәстәрлек, үҙ-ара ярҙам мөхите булдырылған еребеҙ бар”, – тине

Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров унда ҡатнашҡан төрлө милләт вәкилдәрен тәбрикләп, яҡынлашып килгән оло байрам менән ҡотланы. – Бөгөн Башҡортостан халҡы, ата-бабаларыбыҙ кеүек үк, Ватанды йәнә иңгә-иң терәшеп һаҡлай. Тарих күп тапҡыр беҙҙең һынау ваҡытында тағы ла нығыраҡ берләшеүебеҙҙе иҫбатлай. Ниндәй генә ҡурҡыныс булып күренмәһен, һәр дошманды еңеп сыға. Шулай булды, бар һәм буласаҡ, – тине ул. Радий Хәбиров заманса шарттарҙа республиканың йылдам үҫешенә лә байҡау яһап, Башҡортостандың ышаныслы аҙымдар менән алға барыуы, сәнәғәттең үҫеүе, ҙур инвестиция проекттары тормошҡа ашырылыуы, халыҡтың социаль хәле яҡшырыуы хаҡында һөйләне. “Республикабыҙҙың хәүефһеҙ уртаҡ йорт, беҙгә лә, балаларыбыҙ һәм ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә лә туған, яҡын булыуы үҙебеҙҙән тора. Иң мөһиме – төрлө халыҡтар, дин вәкилдәре берҙәм, татыу йәшәгән, изгелек, хәстәрлек, үҙ-ара ярҙам мөхите булдырылған еребеҙ бар”, – тине ул. Башҡортостан Башлығы хеҙмәт коллективтарына һөнәри оҫталыҡтары өсөн рәхмәт әйтте, республика халҡының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса эшмәкәрлеген юғары баһаланы. – Хеҙмәтегеҙ, мөһим эштәрегеҙ менән дөйөм Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индерәһегеҙ. Һеҙҙең ярҙамығыҙ яугирҙәр өсөн бик мөһим, ул уларҙың рух көсөн, алға барыуға тәүәккәллеген нығыта. Һәр яугирҙең батырлығы алдында баш эйәм. Уларҙың туғандары, яҡындары һәр ваҡыт беҙҙең иғтибарыбыҙ менән уратып алынасаҡ. Минең өсөн һеҙ барығыҙ ҙа – ысын геройҙар. Берегеҙ ҙә ҡаушап ҡалманы, ҡулдарын төшөрмәне. Берләшеп, Ватаныбыҙҙы тағы ла көслөрәк иттек. Һәр ваҡыт шулай буласаҡ! Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән, ҡәҙерле ватандаштар! Барығыҙға ла һаулыҡ, именлек, иртәгәһе көнгә ышаныс теләйем! Тыуған Башҡортостаныбыҙға һәм Бөйөк Рәсәйебеҙгә тыныслыҡ һәм сәскә атыуын теләйем! – тине республика етәксеһе. Сығышы аҙағында Радий Хәбиров хеҙмәт алдынғыларына, халыҡтар дуҫлығына тос өлөш индергән бер төркөм ватандаштарыбыҙға республикабыҙҙың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Шул иҫәптән Башҡортостандың физик культура, спорт һәм туризм буйынса элекке министры, Рәсәй Олимпия һәм Паралимпия комитеттары башҡарма комитеты ағзаһы, “Башҡортостан урыҫтары соборы” төбәк йәмәғәт ойошмаһының элекке рәйесе Владимир Самородов һәм Рус драма, Опера һәм балет театрының элекке директоры, Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле фоторәссам Вячеслав Стрижевский Халыҡтар дуҫлығы ордены, “Салауат Юлаев” хоккей клубының баш тренеры Виктор Козлов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Республика халыҡ ижады үҙәге филиалы – “Атайсал” мәҙәниәт үҙәге түңәрәге етәксеһе Нәсимә Тимерова “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Шулай уҡ Чечен Республикаһы Башлығының Башҡортостан Республикаһындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Казбек Цулаев, Мишкә районы Сурай ауылының Яныш Ялкайн исемендәге мари гимназияһының мари теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Анжелика Юзукбаева, Башҡортостандың Удмурт милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Людвиг Зидымаков һәм башҡалар дәүләт наградаларын алды. Бүләкләнеүселәр араһында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Рәмис Хәмиз улы Хәкимов та бар ине. Ул “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. – Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә ошо юғары исем алыуым – икеләтә байрам. Мин театрҙа 17 йыл, ошо осорҙа оркестр артисы ғына түгел, ә спектаклдәргә композитор булараҡ та ижади төркөм менән бергә эшләй башланым. Режиссер Айрат Абушахманов менән берлектә ете спектаклгә көй яҙҙым, Зиннур Сөләймәнов менән ике спектакль сығарҙыҡ. Театрҙан тыш, Урта махсус музыка колледжында баян класы буйынса уҡытам. Сәнғәт менән яҙмышымды бәйләүем менән бәхетлемен, миңә һөнәр биргән уҡытыусыларыма, ата-әсәйемә рәхмәтлемен. Минең хеҙмәтемде юғары баһалағандары өсөн театр етәкселегенә, бергә эшләгән хеҙмәттәштәремә оло рәхмәт, – тине Рәмис Хәкимов. Тантаналы сараны республиканың төпрлө милләттәрҙең мәҙәниәтен сағылдырған ижади коллективтары һәм башҡарыусыларының бай йөкмәткеле концерты биҙәне. Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы: – Беҙҙең өсөн иң мөһиме – халыҡтар, төрлө телдәрҙәге, мәҙәниәттәге, диндәге кешеләр дуҫлығы, сөнки был бик ҙур байлыҡ, уны һаҡларға кәрәк. Халыҡтар берҙәмлеге көнөнөң мәғәнәһе – берҙәмлектә, татыулыҡта, изгелектә, үҙ-ара ярҙам итеүҙә. Владимир САМОРОДОВ, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры: – Башҡортостан халҡы һәр ваҡыт татыу булды. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың республикаға тәүге тапҡыр килеүен иҫләйем. Ул саҡта республиканың ҙур этностары вәкилдәре йыйылды, ил етәксеһе менән бик фәһемле һөйләшеү булды. Ошо осрашыуҙан һуң Владимир Владимирович милли темаға ныҡлап иғтибар бирә башланы. Был тағы ла берҙе власть халыҡты ишетергә тейеш тигән фекерҙе раҫлай. Ә халыҡ Ватанын, үҙенең тормош рәүешен, бөгөнгөһөн һәм киләсәген һаҡлап ҡалыу өсөн берҙәм булырға тейеш. Беҙ иһә илебеҙ артабан үҫһен өсөн бөтәһен дә эшләргә бурыслыбыҙ. Нәсимә ТИМЕРОВА, Башҡортостандың халыҡ артисы: – Халыҡтар берҙәмлеге көнөн йыл да матур итеп үткәрәбеҙ. Элегерәк тышта – парктарҙа, йәмәғәт урындарында ойоштора инек. Быйыл да матур итеп ҡаршылайбыҙ. Ошондай сәхнәләрҙә төрлө милләт вәкилдәре менән осрашып, дуҫлыҡ байрамдарын үткәреү бик кәрәкле сара. Барлыҡ халыҡтар менән дә татыулыҡта, имелектә йәшәргә насип итһен. Рәмилә МУСИНА. Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan