Бәләкәй саҡтарҙа, оло юлдан түгел, ә тап артҡы яҡтан – туғай буйынан сегәндәрҙең ауылыбыҙға килеп ингәне иҫтә. Егермеләгән сит кешенең урам буйлап йөрөүе ҡыҙыҡ та, ҡурҡыныс та тойола ине. Бәләкәс ҡыҙ һәм малайҙар, беләме-белмәме, бейей һәм йырлай торғайны. Өлкәндәре иһә теләнселәй, "икмәк, күкәй, картуф кеүек ашамлыҡ бирегеҙ" тип үтенә, улай ғына ла түгел, "айда, красавица, дай ладонь, погадаю" тип мунса япрағы шикелле "йәбешә". Әйткәндәй, маңлайыңа нимә яҙылған, шуны күрмәй сараң юҡ, тибеҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һәр кемдең яҙмышы усында сағылыш тапҡан, тиҙәр. Ҡыҙыҡ өсөн генә күршеңдең йәки бүтән берәйһенең усы менән үҙеңдекен сағыштырып ҡараһаң, айырма ер менән күккә тиң булмаһа ла, шуға яҡыныраҡ тора. Әгәр ҙә инде усың тулы һыҙыҡтар булһа, хатта ҡайһы бер юлдар, бураҙна кеүек, тәрәнәйеп күренһә, ул кеше был донъяла күпте күргәнде һәм ҡатмарлы яҙмышҡа дусар икәнде аңлата. Киреһенсә икән, ул саҡта тормошогоҙҙо тигеҙ юлдан бер туҡтауһыҙ елдергән яңы автомобилгә оҡшатасаҡтар... Хөрмә