▶️ "Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға. "Аҡылыңды йәштән тупла", "Башҡаларҙың хаталарына ҡарап өйрән" һәм башҡа шундай мәғәнәле, бәләкәйҙән үк уйлап-үлсәп эш итергә өйрәтеүсе, өндәүсе халыҡ әйтемдәре бихисап. Шундай бала сағынан үҙе аҡыллы, үҙе ипле, тыныс холоҡло, әммә маҡсатлы, талантлы башҡорт йәштәренең береһе – яҙыусы, үткер ҡәләм оҫтаһы Заһиҙә Мусина. Уның ижадын баһалап, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, "Ағиҙел" әҙәби журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин – "Заһиҙәнең әҫәрҙәрен уҡығанда, ниндәйҙер экзотик ризыҡ тәмләгәндәй булаһың", — тип фекерен белдергәйне. Ни тиһәң дә, тапшырыуыбыҙҙың был ҡунағы хаталымы, хатаһыҙмы, әммә әлегесә – заманса һөйләгәндә, карьераһын йәшләй үк уңышлы яһап килә. Уның тәүге китабы – "Килен" повесы уҡыусылар тарафынан бик йылы ҡабул ителеп кенә ҡалманы, ә республикабыҙҙың данлы, атаҡлы театры – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында сәхнәләштерелде. Йәш ижадсыларҙан шундай юғары
Өфө уттары - 28.10.2025 Йәш прозаик Заһиҙә Мусина Бабич премияһына дәғүә итә
31 октября 202531 окт 2025
1 мин