Дүрт район — Бишбүләк, Благовар, Миәкә һәм Федоровка — Башҡортостандың алдынғы туроператорҙары менән осрашыуҙа үҙҙәренең туристик потенциалын күрһәтте. Сара 29 октябрҙә Өфөлә «Эргәләге арауыҡ» майҙансығында үтте. Осрашыуҙы Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ойошторҙо. Сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина республика буйлап сәйәхәт географияһын киңәйтеүҙең һәм туристарҙың иғтибарын аҙ билдәле, әммә шул уҡ ваҡытта бай тәбиғәт һәм мәҙәни мираҫҡа эйә булған райондарға йәлеп итеүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Бөгөнгө сарала республикабыҙҙың дүрт муниципаль берәмегенең презентацияһын күрәсәкбеҙ. Мин үҙем күптән түгел был райондарға барып, уларҙың потенциалына хайран ҡалдым һәм илһамландым. Бында туристарға ҡарарға нәмә бар, ә иң мөһиме — инфраструктура әүҙем үҫешә, күп көнлөк турҙар тураһында һүҙ барғанда уларҙы урынлаштырыу саралары булдырыла, – тип аңлатма бирҙе туризм министры. Осра
Дүрт район турист операторҙарына үҙҙәренең туристик ҡеүәтен күрһәтте
30 октября 202530 окт 2025
1 мин