▶️ "Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға. "Әгәр кәйефең төшһә, көлөп ал", — тиҙәр. Әл дә йылмайып-көлөргә сәбәптәр етерлек тормошта. Ә инде ҡыуанып-шатланырлыҡтары бихисап булмаһа ла, бар, тип һөйөнсө һалабыҙ! Өр-яңы китап сығыуы тураһында автор "Өфө уттары" тапшырыуы студияһында ентекле һөйләп бирҙе. Уның менән көҙгө кистә осрашып, ижад, хеҙмәт, йыр һәм әлбиттә, китаптың үҙе хаҡында рәхәтләнеп әңгәмә ҡорҙоҡ. Харис Шәрипов – ул йырсы ғына түгел. Уның ижады, эше менән ҡыҙыҡһынғандар белә – Харис Мөбәрәк улы тик эстрада артисы ғына түгел, күптәндән алып башҡорт һәм татар ваҡытлы матбуғатында даими яҙышып килгән автор һәм хәҙер иһә рәсми рәүештә яҙыусы ла! Уның "Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем!" исемле тәүге йыйынтығы, ысын мәғәнәһендә, есеменә тура килеп тора. Тураһын төбәп әйткән юмористик хикәйәләр, комедиялы һүрәтләмәләр – уҡырлыҡ, рәхәтләнеп көлөп алырлыҡ һәм әлбиттә, ваҡ-төйәк һәм йәнгә тейгән мәшәҡәттәрҙән бынамын тигән итеп арындырырлыҡ
Өфө уттары - 21.10.2025 Харис Шәриповтан өр-яңы китап!
31 октября 202531 окт 2025
1 мин