Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Асыҡ һөйләшеү үҫешкә илтә

Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Инвестсәғәт" форматында Инвестиция комитетының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда сәнәғәт һәм хеҙмәттәр өлкәһендә яңы проекттар ҡаралды. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, бинес-шәрифтәр менән хеҙмәттәшлек иткәндә эҙмә-эҙлеклелек һәм эшҡыуарҙар менән планлы эштәр алып барылырға тейеш. Әйткәндәй, Радий Хәбировтың 2018 йылдан бирле даими "Инвестсәғәт" алып барылыуы шуға өлгө булып тора. Бөтәһе 181 ултырыш ойошторолған, 1,3 триллион һумлыҡ 760 яңы проект тикшерелгән. 2025 йылдың октябренә ҡарата 136 башланғыс тормошҡа ашырылған, тағы ла 405 проект тормошҡа ашырылыу алдында. Ултырышта ҡала-район хакимиәте башлыҡтарының эшҡыуарҙар менән бәйләнештә торған урынбаҫарҙары сығыш яһаны, шулай уҡ эшҡыуарҙар уй-ниәттәре менән дә уртаҡлашты. Благовещен районы хакимиәтенең бизнес-шәрифе Гөлназ Харисова, эшҡыуар Сергей Самойловских һәм башҡалар - шуға асыҡ миҫал. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! Фото: Башҡортостан

Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Инвестсәғәт" форматында Инвестиция комитетының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда сәнәғәт һәм хеҙмәттәр өлкәһендә яңы проекттар ҡаралды. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, бинес-шәрифтәр менән хеҙмәттәшлек иткәндә эҙмә-эҙлеклелек һәм эшҡыуарҙар менән планлы эштәр алып барылырға тейеш. Әйткәндәй, Радий Хәбировтың 2018 йылдан бирле даими "Инвестсәғәт" алып барылыуы шуға өлгө булып тора. Бөтәһе 181 ултырыш ойошторолған, 1,3 триллион һумлыҡ 760 яңы проект тикшерелгән. 2025 йылдың октябренә ҡарата 136 башланғыс тормошҡа ашырылған, тағы ла 405 проект тормошҡа ашырылыу алдында. Ултырышта ҡала-район хакимиәте башлыҡтарының эшҡыуарҙар менән бәйләнештә торған урынбаҫарҙары сығыш яһаны, шулай уҡ эшҡыуарҙар уй-ниәттәре менән дә уртаҡлашты. Благовещен районы хакимиәтенең бизнес-шәрифе Гөлназ Харисова, эшҡыуар Сергей Самойловских һәм башҡалар - шуға асыҡ миҫал. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.