Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

30 бала әсәһенә операция яһағандар

Һарытау өлкәһендә Благовещендан 30 бала әсәһе Ирина Вервельская МХО яугирҙәренә гуманитар ярҙам алып барғанда аварияға эләгә. Уны тәүҙә - Балаков дауаханаһына, һуңынан Өфөгә оҙаталар. Әле Өфөнәң 22-се дауаханаһында Иринаның аяғына операция яһағандар. Барыһы ла уңышлы үткән. Ҡатынға ике айға яҡын ҡултыҡ таяҡтары ярҙамында йөрөргә тура киләсәк. Ирина, ысынлап та, 30 балаға әсәй. Уларҙың өсәүһе үҙенеке, икәүһе уллыҡҡа һәм 25-е тәрбиәгә алынған. Балаларҙың күбеһе инде үҫеп еткән һәм ғаиләләре бар. Күп бала әсәһенә тиҙерәк һауығып сығыуын теләйбеҙ! Фото: телеграм Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!