“Салауат Юлаев һәйкәле” федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау (реставрациялау) мәсьәләһе буйынса Башҡортостан Мәҙәни мираҫы ҡарамағындағы Күҙәтеү советы ағзалары күсмә ултырыш үткәрҙе. Постаментта әле аттың аҫҡы өлөшө генә ҡалған, башҡа ике өлөшө һүтеп алынған. Был этап тамамлана, скульптура цехта реставрацияланасаҡ. Юғалған ат медальоны, фотоларға ярашлы, суйындан ҡойоласаҡ. Ғөмүмән, әле бөтә эштәр ҙә план буйынса бара. Уны Рәсәй Художество академияһы фонды күҙәтә. Монументаль скульптураны реставрациялаусы Михаил Татарников аңлатыуынса, башта һәйкәлде реставрациялау ҙур ҡатмарлыҡ тыуҙырған, сөнки уның материалы ярайһы мурт. Суйын ярыла, насар йәбешә һәм был яңртыу эштәрен үткәреүҙе ҡатмарлаштыра. Шуға күрә белгестәр тәү сиратта постаменттың торошон, һәйкәл тирәһендәге ерҙе, һәйкәлдең тотороҡлолоғон өйрәнгән. Һуңынан ғына һүтә башлағандар. Михаил Татарников әйтеүенсә, һәйкәлде этаплап һүтеү уның 17 - 19 тонна ауырлыҡта булыуы менән бәйле, шуға күрә лә 300 тонна йөк күтәргән кран ҡулланыла. Кран һәйкәлдең өлөшөн күтәрә алһын өсөн ҡурғандың бер өлөшөн ҡырҡырға, техника һәйкәлгә яҡыныраҡ килһен өсөн өҫтәмә терәк плитәләр һалырға тура килгән. “Бындай һәйкәлде тулыһынса күтәреү мөмкин түгел”, – тип белдерҙе белгес. – Һүтеү өс этапта үтте һәм әлеге ваҡытта дауам итә. Беренсе этап – Салауаттың һынын, икенсе этап – аттың өҫкө өлөшөн, өсөнсө этап – аттың аҫҡы өлөшөн плинт менән һүтеү булды. Аттың аҫҡы өлөшөн плинт менән һүтеү өсөн, беҙ нығытыу каркасын йыябыҙ, аҙаҡ барыһы ла күтәрелеп, майҙансыҡҡа ҡуйыла, һуңынан тралға тейәп, реставрация цехына алып барыла. Ни өсөн был кәрәк? Сөнки ат һыны ҡыуыш декоратив ҡабыҡтан (тышлыҡтан) тора, уның эсендә тутығыуға дусар булған һәм емерелеү хәлендә булған һөлдәһе бар, – тип аңалатты Михаил Татарников. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Күҙәтеү советы ағзаһы Шамил Вәлиевтең фекеренсә, реставрация эшендә ашығырға ярамай. Өфө ҡалаһының һәм бөтә башҡорт халҡының символы Ағиҙел йылғаһы битләүенә таныш ҡиәфәттә ҡайтырға һәм унда оҙаҡ йылдар торорға тейеш. “Реставраторҙарҙың барыһын да сифатлы, хәүефһеҙ һәм киләһе 60 йылға түгел, ә кәмендә бер быуатҡа эшләү өсөн тыныс мөхит һәм мөмкинлектәре булырға тейеш”, — ти ул. Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы етәксеһе, Күҙәтеү советы ағзаһы Салауат Ҡолбахтин белдереүенсә, бөтә эштәр план буйынса һәм алдан билдәләнгән графикка ярашлы алып барыла. – Аттың өҫкө өлөшөндәге элементтар октябрь башында һүтелде. Һуңғыһы – аттың аҫҡы өлөшө ай аҙағына тиклем алынасаҡ. Һуңынан ентекле эш башлар өсөн бөтә өлөштәрен дә цехҡа күсерәләр. Күҙәтеү советының төп бурысы һәм маҡсаты — яңыртыу барышын һәм уның билдәләнгән ваҡытҡа тап килеүен күҙәтеү. Барлыҡ эштәр асыҡ алып барылырға, халыҡ һәм битараф булмаған кешеләр уның барышын белеп торорға тейеш. Ғөмүмән, Салауат Юлаев һәйкәле мотлаҡ үҙ урынына ҡайтасаҡ. Өҫтәүенә, уға беренсел төҫө ҡайтарыласаҡ, ат күкрәгендәге сәйер шарттарҙа юҡҡа сыҡҡан күмелдерек тә (медальон) тергеҙеләсәк. Әйткәндәй, Салауат Юлаевтың һәйкәленең әлеге хәле тураһындағы фотоны социаль селтәргә һалғас, бер ҡатын: “Ысынлап та, һәйкәлдең хәле насар икән. Юғиһә, әллә нәмәләр һөйләп башты ҡатырҙылар”, – тип яҙҙы. Шулай инде, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн донъя бутаусылар күбәйеп китте. Бындай әҙәмдәргә ышанмағыҙ, ә рәсми сығанаҡтарға таянығыҙ. Ә Салауат Юлаев һәйкәленә килгәндә, шуны әйтер инем – ошондай ҙур эште урынынан ҡуҙғалтҡан республика Башлығына рәхмәт. Әгәр ҙә саҡ ҡына һуңлаһаҡ, һәйкәлебеҙ яулап емерелеп төшөр ине. ФЕКЕР Рәсих ХӘМИТОВ, Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм Күҙәтеү советы ағзаһы: – Реставрация үҙенең тәртибе буйынса бара. Уның тәүге этаптарының береһе – һәйкәлде һүтеү. Ул үҙ тәртибе буйынса үткәрелә. Артабан һәйкәл уңайлы, хәүефһеҙ урында тәртипкә килтереләсәк. Әлбиттә, бында иң мөһим талаптарҙың береһе – постаменттың нигеҙен, ат торған урынды нығытыу. Сөнки был хәүефле урын. Күрәһегеҙ, текә яр. Бәлки, һәйкәлде әҙерәк кенә артҡараҡ шылдырырға ла мөмкиндер. Зөлфиә ҒАЙСИНА, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты: – Беҙ әле тарихи осорҙа йәшәйбеҙ, сөнки был һәйкәл Башҡортостандың символы булып тора. Ул республикабыҙ халҡы өсөн бик ҡәҙерле. Тиҫтә йылдар артҡа ҡалдырылып килгән реставрация әле, ниһайәт, башланды. Был саралар ҡыҫҡа ваҡытта тамамланһын һәм ҡала халҡы, ҡунаҡтары өсөн хәүефһеҙ булған, яңырған һәйкәл тиҙерәк урынына ҡайтһын. Уның ҡалаға ингән ерҙе артабан дә биҙәп тороуын күрергә теләйбеҙ. Гәүһәр БАТТАЛОВА, тележурналист, БСТ каналының баш мөхәррире: – “Мин ҡайтырмын” фильмында Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау буйынса үҙебеҙҙең ҡарашты 100 процентҡа тиклем еткерҙек, тип уйлайым. Унда Башҡортостан ғалимдары, архитекторҙары, скультурҙары, проектсылары түгел, ә Мәскәүҙәге, Санкт-Петербургтағы, йәғни башҡа федераль кимәлдәге белгестәр менән аралаштыҡ. Уларҙың барыһының да фекере бер – һәйкәлде реставрациялау мотлаҡ кәрәк, хатта әҙерәк кенә һуңлағанбыҙ. Музейҙа директор булып эшләгән ваҡыттан Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының мәҙәни мираҫы объекттары (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары) тураһында”ғы федераль законды яттан беләм. Шуның өсөн бөгөн “Һәйкәл урынына ҡайтамы? Үҙгәрәсәкме?” тигән һорауҙар бөтөнләй дөрөҫ түгел, сөнки был йәһәттән ҡануниәтте боҙған өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Әлбиттә, Салауат Юлаев һәйкәле үҙ урынына ҡайтасаҡ. Беҙҙең тәүге фильм “Мин ҡайтырмын” тип атала ине, икенсеһен, Алла бирһә, “Мин ҡайттым” тип атарбыҙ, тип уйлайым. Һәйкәл 2027 йылдың октябрендә матурайып, көс йыйып үҙенең урынына ҡайтасаҡ. Минең быға иманым каил. Әгәр ҙә ошо фекерҙәргә ышанмаһым, күңелемдә ниндәйҙер һорауҙар һәм шикләнеүҙәр булһа, мин ул фильмдарҙы төшөрә алмаҫ инем. Рәмилә МУСИНА фотолары. Хәйерле көн. Ҙур үтенес. РИСҡа ҡуйған бөтә материалдарға ла ошо һөйләмде өҫтәгеҙ: Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
“Салауат Юлаев һәйкәле” федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау (реставрациялау) мәсьәләһе буйынса Башҡортостан Мәҙәни мираҫы ҡарамағындағы Күҙәтеү советы ағзалары күсмә ултырыш үткәрҙе. Постаментта әле аттың аҫҡы өлөшө генә ҡалған, башҡа ике өлөшө һүтеп алынған. Был этап тамамлана, скульптура цехта реставрацияланасаҡ. Юғалған ат медальоны, фотоларға ярашлы, суйындан ҡойоласаҡ. Ғөмүмән, әле бөтә эштәр ҙә план буйынса бара. Уны Рәсәй Художество академияһы фонды күҙәтә. Монументаль скульптураны реставрациялаусы Михаил Татарников аңлатыуынса, башта һәйкәлде реставрациялау ҙур ҡатмарлыҡ тыуҙырған, сөнки уның материалы ярайһы мурт. Суйын ярыла, насар йәбешә һәм был яңртыу эштәрен үткәреүҙе ҡатмарлаштыра. Шуға күрә белгестәр тәү сиратта постаменттың торошон, һәйкәл тирәһендәге ерҙе, һәйкәлдең тотороҡлолоғон өйрәнгән. Һуңынан ғына һүтә башлағандар. Михаил Татарников әйтеүенсә, һәйкәлде этаплап һүтеү уның 17 - 19 тонна ауырлыҡта булыуы менән бәйле, шуға күрә лә 300 тонна йөк күтәргән