Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Белем" Рәсәй йәмғиәте төбәк бүлексәһе Күҙәтеү советының ултырышын уҙғарҙы. Көн тәртибендә белемлелек өлкәһендә бәйләнештәрҙе үҫтереү тигән мәсьәлә ҡаралды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, "Белем" – интеллектуаль, белем һәм мәҙәни потенциаль тармағында абруйлы ойошма. – Һуңғы йылдарҙа, донъяны танып белеү һәм идеология йүнәлешендә, тормошобоҙ төбө-тамырынан үҙгәреш кисерҙе, – тине Радий Фәрит улы. – Рәсәйгә ҡарата мәғлүмәт һуғышы бара, һәм беҙ уға ҡаршы торорға әҙер булырға тейешбеҙ. Был тәңгәлдә йәштәр бигерәк тә нескә, шуға күрә лә улар менән тығыҙ бәйләнеш тотоуға ҙур иғтибар бүләбеҙ. Иң мөһиме, ҡыҙ һәм егеттәр менән осрашыу үткәреүҙең тәртибе, уларға мәғлүмәт еткереү тәрән уйланған булырға тейеш. Тап шуға бәйле "Белем" төбәк бүлексәһе өсөн үҙәк коммуникация нөктәһен вуз-ара студенттар кампусында булдырҙыҡ. Ә инде Рус география, Рәсәй тарихи һәм Рәсәй хәрби-тарихи ойошмаларынан вәкилдәрҙе уртаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүгә тиккә генә йәлеп итмәнек. Республика