Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Шәғәле Шаҡман вариҫтары ил тыныслығы һағында

Быйыл февраль айында үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланған “Шаһман”. Башта - штурмлаусылар батальонында, алған яраһы төҙәлгәндән һуң санитар водитель-механик вазифаһында хеҙмәт итә. Ҡаланың 8-се мәктәбендә, унан Иҫәнғолда слесарь-механик ремонтлаусы һөнәренә уҡып сыҡҡан егет Себер яҡтарында вахта менән монтажсы булып эшләгән. Аҡса эшләү уйы ла ҡыҙыҡһындырмай уны, илдә фашизм сәскә атмауын, дүрт йәшлек улының киләсәген уйлап, етди ҡарарға килгән. “Күптәр борсомаҫ өсөн яҡындарына башта өндәшмәй, комиссия үтеп, әйберҙәрен йыя башлағас ҡына әйтә”, - тип һүҙгә ҡушыла Фәнис Бикташев. “Шаһман” да әҙерләнеп бөткәс уларға үҙенең маҡсатын еткерә. Яуҙағы хәлдәр тураһында күп һөйләмәй егет, әммә шул урыҡ-һурыҡ әйткәндәренән дә ундағы хәлде күҙалларға була. Тиҫтәләгән илдең дрондарына ҡаршы тороп, алға бара беҙҙең ғәскәр. “Бер кешегә генә өсәр “тимер ҡош” тура киләлер. Кемдер заманса техника ҡулланып унан йәшеренә, кемдер атып төшөрә. Һуңғыһы - иң һөҙөмтәлеһе. Шуның өсөн һунар мылтығы

Быйыл февраль айында үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланған “Шаһман”. Башта - штурмлаусылар батальонында, алған яраһы төҙәлгәндән һуң санитар водитель-механик вазифаһында хеҙмәт итә. Ҡаланың 8-се мәктәбендә, унан Иҫәнғолда слесарь-механик ремонтлаусы һөнәренә уҡып сыҡҡан егет Себер яҡтарында вахта менән монтажсы булып эшләгән. Аҡса эшләү уйы ла ҡыҙыҡһындырмай уны, илдә фашизм сәскә атмауын, дүрт йәшлек улының киләсәген уйлап, етди ҡарарға килгән. “Күптәр борсомаҫ өсөн яҡындарына башта өндәшмәй, комиссия үтеп, әйберҙәрен йыя башлағас ҡына әйтә”, - тип һүҙгә ҡушыла Фәнис Бикташев. “Шаһман” да әҙерләнеп бөткәс уларға үҙенең маҡсатын еткерә. Яуҙағы хәлдәр тураһында күп һөйләмәй егет, әммә шул урыҡ-һурыҡ әйткәндәренән дә ундағы хәлде күҙалларға була. Тиҫтәләгән илдең дрондарына ҡаршы тороп, алға бара беҙҙең ғәскәр. “Бер кешегә генә өсәр “тимер ҡош” тура киләлер. Кемдер заманса техника ҡулланып унан йәшеренә, кемдер атып төшөрә. Һуңғыһы - иң һөҙөмтәлеһе. Шуның өсөн һунар мылтығы бар икән, өйҙәрегеҙҙә һаҡламағыҙ, ебәрегеҙ алғы һыҙыҡҡа ти”, - ти “Шаһман”. Хаҡлы ялдағы Фәнис Әлимғол улы ялға ҡайтҡан һәр яугирҙе үҙ улылай ҡаршы алып, кәрәкле әйберҙәрҙе хәстәрләп, оҙатып ебәрә. Урындағы “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалына инеп, һалдат әсәһе Земфира Мөҙәрис ҡыҙына "Янғантау" шифаханаһына юллама белешкәндәр, Елена Давыдова етәкселегендәге тегенсе-ирекмәндәренән флис туҡымалы куртка, балаклава, шапка алғандар. Бына шулай була ул ир-егеттәр дуҫлығы. Төрлө милләт кешеләренән торған взвод медиктары ла бер туғандай булып бөткән. “Бында, тыныс тормошта кемдер ҡайҙалыр ашыға, сәбәләнә. Махсус хәрби операция биләмәһендә һәр кем командаға буйһона, унда бар нәмә ойошҡан. Шуға ла тиҙерәк хеҙмәттәштәрем янына тиҙерәк барғым килә”, - ти яугир. Хәбәрселәр һәм ирекмәндәр кәрәк-яраҡ кейем һәм әйберҙәр биреп, Тамьян ырыуының арҙаҡлы нәҫеленән булған “Шаһман”ға имен-аман ҡайтыуын теләп оҙатты. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!