Бер нисә йыл элек стратегик яҡтан әһәмиәтле ҡайһы бер предприятиелар ауыр хәлдә ине. Шуға күрә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән бөлгөнлөк сигендә торған был коллективтарҙы ҡотҡарыу һәм тотороҡло эшләүгә күсереү процесы башланды. Бында халыҡ араһында иң ҙур билдәлелек алғаны, моғайын, “Башавтотранс” предприятиеһы булғандыр. Радий Фәрит улы социаль селтәрҙә яҙғанса, Өфөгә эшкә күскәс тә уны “бысраҡ һәм йышылып бөткән автобустар, шоферҙарҙың тупаҫлығы, йәмәғәт транспортын үҙ ҡулында тоторға тырышҡан төркөмдәрҙең үҙ-ара атышыуы” аптыратҡан. Ошо проблема тураһында бик күптәр яҙа ине, минең туған-тыумаса һәм таныштар ҙа был хаҡта йыш телгә алды, ти республика етәксеһе. Бер йыл эсендә йәмәғәт транспортында байтаҡ нәмә яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе: “Башавтотранс” бөлгөнлөккә төшөүҙән йолоп алып ҡалынды, күп һанда автобустар һатып алынды, легаль булмаған ташыусылар юлдан китте, “Алға” картаһы ғәмәлгә индерелде, ҡалалар һәм район үҙәктәре араһындағы хәрәкәт тәртипкә һалынды, шәхси ташыусыларҙың эшмәкәрлегенә контроль булдырылды һәм башҡалар. “Былар барыһы ла “ҡара ҡулаҡса” ағымын булдырырға һм файҙаланырға тырышҡан криминаль элементтарҙың шыңшыуы аҫтында барҙы. Башҡарылған саралар менән мин тулыһынса риза түгел, был йүнәлештә эшләйһе эштәр бар әле”, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы. Ә Башҡортостандың “Үҙәк” машина-технологик станцияһы бөгөн нисек эшләй? “2015 – 2016 йылдарҙа элеваторҙар һәм ауыл хужалығы етештереүе һәм эшкәртеүе менән бәйле бөтә техник хеҙмәтләндереү предприятиелары бик ауыр финанс хәлендә ине”, – тип хәтерләй Башҡортостандың “Үҙәк” машина-технологик станцияһы директоры Илдар Насиров. Илдар Һәүбән улы әйтеүенсә, предприятие составына 10 филиал инә: Бөрө, Дыуан, Дүртөйлө, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Туймазы, Саҡмағош, Элеватор, Ремонт-техник оҫтаханаһы. Уларҙың тәүге һигеҙе үҫемлекселек һәм малсылыҡ продукцияһы етештереү, хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнә. Оҫтахана, исеменән үк күренеүенсә, МТС техникаһын ремонтлау һәм уға дателдәр етештереү менән мәшғүл. Шишмә элеваторы ла ошо МТС-тың филиалы булып тора, ул үҙе дүрт бүлексәнән – Шишмә, Бөрө, Дыуан һәм Стәрлебаш элеваторҙарынан тора. “Быйыл элеваторҙарға килгән иген һәм көнбағыштың рекордлы күләмгә эйә булыр тип күҙаллайбыҙ, – ти Илдар Насиров. – Беҙҙең ҡарамаҡта 140 мең гектар ер бар, шуның 110 мең гектары – һөрөнтө ер, баҫыуҙарҙа төрлө тәғәйенләнештәге бер мең дана техника эшләй. Малсылыҡ блогы ла бар – дөйөм мал һаны 11,5 мең баш тәшкил итә. Йыылына 20 мең тоннаға яҡын һөт алабыҙ”. Быйыл “Үҙәк” станция коллективы бер миллиард һум керем алыуҙы планлаштыра. “Бөгөн эш нисек барыуына ҡарағанда, был бурысҡа өлгәшеү мөмкинлеге бар”, – ти директор. Коллективта мең ярымдан ашыуыраҡ кеше эшләй – механизаторҙар, малсылар һәм башҡа белгестәр. “Предприятиены бөлгөнлөктән сығарыу процесы нисек барҙы?” – тип һорайым етәксенән. “Был осраҡта ниндәйҙер берҙәм рецепт юҡ һәм булыуы ла мөмкин түгелдер – һәр предприятие үҙенсә ҡоролған һәм үҙенә генә хас сифаттар, технологиялар буйынса эшләй бит, – ти Илдар Һәүбән улы. – бындай осраҡта һәр предприятиеаға ҡарата айырым ысул ҡулланылырға, уның үҙенсәлектәре һәм проблематикаһына төшөнөргә кәрәк. Радий Фәрит улы вазифаһын башҡарыуға тотонғас та дәүләт предприятиеларын һаҡлап ҡалыу бурысы ҡуйылды. Бының өсөн уларҙың һәр береһенең хәлен анализларға кәрәк ине. Беҙ ошо эште блоктар буйынса башҡарҙыҡ – тәүге сиратта предприятиеның бюджетын дөрөҫ төҙөргә, бурыстарҙы һәм сығымдарҙы аныҡ билдәләргә һәм ошо сиктәрҙән сыҡмаҫҡа ынтылдыҡ. Был бөгөн дә шулай дауам итә”. Директор аңлатҡанса, был эш әле лә блоктар буйынса дауам итә. Үҫемлекселек тармағын алып ҡарайыҡ: бында баҙарҙа ниндәй үҫемлекселек продукцияһы кәрәк булыуы һәм уларға ихтыяждың нисек үҙгәреп тороуы даими күҙ алдында тотола, теге йәки был культуранан ниндәй табыш алып буласағы алдан иҫәпләнә, тармаҡты анализлауға ғалим-аграрийҙар йәлеп ителә, Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән дә даими бәйләнеш тоталар. Үҫемлекселек һәм орлоҡсолоҡ буйынса белгестәр ҙә, тәбиғи, ситтә ҡалмай. Һөҙөмтәлә эштең структураһы, ашламаларҙы дөрөҫ файҙаланыу һәм башҡа үлсәмдәр буйынса аныҡ бурыстар ҡуйыла һәм был көтөлгән һөҙөмтәне бирмәй ҡалғаны юҡ – уңыш та, уның сифаты ла, табыш та планлаштырылғанса була. “Әлбиттә, бөтә был осорҙа беҙ сығымдарға һәм сифатҡа ныҡлы контроль булдырҙыҡ, – ти МТС директоры. – Барлыҡ техника навигация ҡорамалдары менән тәьмин ителгән: уның ярҙамында беҙ ошо техниканың ҡайҙы булыуын һәм нимә менән мәшғүл икәнлеген һәм күпме эш күләме башҡарылыуын белеп торабыҙ. Шул нигеҙҙә күпме яғыулыҡ киткәнен дә, километражды ла аныҡ иҫәпләп бара алабыҙ һәм ошо эште башҡарған кешеләребеҙгә нисә һум хеҙмтә хаҡы биреләсәге лә билдәле була. Был иһә барыбыҙҙы ла тәртипкә өйрәтә, элекке һымаҡ эште күҙ менән самалап ҡарап ҡына билдәләү бөттө хәҙер. Диспетчерлыҡ хеҙмәтебеҙ барыһын да күреп һәм теркәп тора”. Баҙарҙағы көнәркәшлек культураларҙың юғары уңыш бирергә һәләтле сорттарын үҫтерергә мәжбүр итә. Ужым бойҙайы һәм арышы, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш, рапс һәм баҙарҙа мөмкин тиклем ҙурыраҡ табыш бирергә һәләтле башҡа культуралар етештерелә МТС коллективтарында. “Дәүләт унитар предприятиеһы рәүешенән акционерҙар йәмғиәте статусына күсеү ҡыйын булманымы?” “Юҡ, – ти Илдар Насиров. – Шул уҡ көндәлек ныҡышмалы эш дауам итте, бер ниндәй ҙә өҙөклөккә юл ҡуйманыҡ. Ойошманың исемен акционерҙар йәмғиәте итеп үҙгәртеү – ул ҡануниәт талабын үтәү. Ә коллектив эшмәкәрлегендә, беҙҙең механизаторҙар һәм малсылар, башҡа белгестәр хеҙмәтендә ул һиҙелмәне лә. Беҙҙең бурыс – предприятиеның табышлы эшләүен һәм ҡаҙнаға һалымдарҙың ваҡытында түләнеүен тәьмин итеү”. Бер нисә йыл элек, ауыл хужалығын хеҙмәтдәндереү тармағы предприятиелары бер-бер артлы “банкрот” тип иғлан ителә башлағас та, Башҡортостандың “Үҙәк” машина-технологик станцияһы етәкселеге дәүләттең баҙар иҡтисады шарттарында булдырған мөмкинлектәрҙән файҙаланырға тырыша. Мәҫәлән, банктан ташламалы хаҡҡа кредит ала. “Тәүҙәрәк банктар беҙгә бик ышанмайыраҡ ҡараны, шуға кредитты ла залог нигеҙендә генә бирҙеләр”, – ти директор. – “Ә залог ул өҫтәмә сығымдар тигән һүҙ, йәғни залогҡа һалынған мөлкәтте страховкалау хаҡы, юғарыраҡ процент ставкаһы...” Бер йыл хеҙмәттәшлектән һуң банктар яғынан ышаныс күпкә арта төшә – улар кредитты иң түбән процент менән бирә башлай. Ошо йүнәлештә республика Хөкүмәте, Ауыл хужалығы министрлығы яғынан да яҡлау була башлай. Банктар менән хеҙмәттәшлек яйға һалына. Артабан ауыл хужалығы техникаһын яңыртыу зарурлығы тыуа, сөнки күпселектә МТС филиалдарында 2000-2003 йылдарҙа сығарылған техниканан файҙаланалар ине. Шуға ынтылып, “Русагролизинг” һәм башҡа лизинг компаниялары менән эшлекле бәйләнеш урынлаштырыла. Һуңғы осорҙа Башҡортостандың “Үҙәк” машина-технолгия станцияһы бер нисә проектты тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләй. Тимәк, әүҙемлеген арттырған һәм бының өсөн шарттарҙы оҫта файҙаланған коллективтың, республиканың башҡа күп предприятиелары кеүек үк, тағы ла алғараҡ барасағына шик юҡ. ФЕКЕР Данияр Абдрахманов, Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы: “Был хәлдә эштең иҡтисади йөкмәткеһененән бигерәк социаль яғы әһәмиәтле: “Башкираватодор” предприятиеһында, мәҫәлән, биш меңгә яҡын эшләүсе үҙенең хеҙмәт урынын юғалтманы һәм юғалтмаясаҡ та. Бынан тыш, республикала юлдарҙы ремонтлау бер нисә айға туҡтап торғайны, хәҙер ул дауам итәсәк. Был беҙҙең республика халҡы өсөн ҙур уңайлылыҡ тигән һүҙ. Зөлфиә ҒАЙСИНА, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары советы рәйесе: “Беҙҙең республикала юл тармағының иң мөһим предприятиелараның береһе булған “Башкиравтодор”ҙы рейдерҙар баҫып алыуына юл ҡуйылманы. Был баҫып алырға маташыуҙың хаҡы юғары – конкурс барған ике ай эсендә муниципалитеттар юл ремонтлауға килешеүҙәрҙе тормошҡа ашырыу мөмкинлеге булманы. Республика халҡына, тормош сифатына, системаға ышанысҡа зыян килде. Хәҙер хәлдең тотороҡлана барыуына шик юҡ, предприятиеның тейешенсә эшләй башлауын әле үк күреп торабыҙ. Был ваҡиға шуны ла күрһәтте: власть һәм күҙәтеү органдары бергәләп эш иткәндә рейдерҙар еңелә. Автор фотоһы. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Бер нисә йыл элек стратегик яҡтан әһәмиәтле ҡайһы бер предприятиелар ауыр хәлдә ине. Шуға күрә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән бөлгөнлөк сигендә торған был коллективтарҙы ҡотҡарыу һәм тотороҡло эшләүгә күсереү процесы башланды. Бында халыҡ араһында иң ҙур билдәлелек алғаны, моғайын, “Башавтотранс” предприятиеһы булғандыр. Радий Фәрит улы социаль селтәрҙә яҙғанса, Өфөгә эшкә күскәс тә уны “бысраҡ һәм йышылып бөткән автобустар, шоферҙарҙың тупаҫлығы, йәмәғәт транспортын үҙ ҡулында тоторға тырышҡан төркөмдәрҙең үҙ-ара атышыуы” аптыратҡан. Ошо проблема тураһында бик күптәр яҙа ине, минең туған-тыумаса һәм таныштар ҙа был хаҡта йыш телгә алды, ти республика етәксеһе. Бер йыл эсендә йәмәғәт транспортында байтаҡ нәмә яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе: “Башавтотранс” бөлгөнлөккә төшөүҙән йолоп алып ҡалынды, күп һанда автобустар һатып алынды, легаль булмаған ташыусылар юлдан китте, “Алға” картаһы ғәмәлгә индерелде, ҡалалар һәм район үҙәктәре араһындағы хәрәкәт тәртипкә һалынды, шәхси таш