Өфөлә метро буласаҡ Рәсәй Дәүләт Думаһы ил Хөкүмәтенә халҡы миллион кешенән ашҡан ҡалаларҙа метро төҙөү программаһын ғәмәлгә индерергә тәҡдим итте. Был тәҡдимдә Өфө, Силәбе, Омск, Красноярск, Воронеж, Дондағы Ростов, Пермь һәм Краснодар ҡалалары күрһәтелгән. Документта яҙылыуынса, Өфө транспорт ағымы үтә тығыҙ булған ҡалалар иҫәбенә инә. Метро кәрәклеген ошо тулы юл селтәренең экологияға зыяны булыуы менән дә дәлилләйҙәр. Һуңғы тапҡыр Өфөлә метро кәрәклеге тураһында ҡала властары 2022 йылда әйткәйне. Баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев бер километр метро юлының биш миллиард һумға төшәсәген белдерҙе.