Халҡыбыҙҙың аҡтан эшләнгән милли ризыҡтарына йылдан-йыл йөҙ менән борола башлауыбыҙ ҡыуаныслы күренеш. Һуңғы ваҡытта онотола барған аҡ майҙы (күбекмай) эшләүселәр ҙә бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалғайны. Хәйер, бала саҡтан уны нисек эшләүҙәрен күреп, үҙем дә булышып ҡарағас, аҡ майҙың тәмле һәм татлы булыуы минең өсөн ят түгел. Шуғалыр ҙа өләсәйемдән ҡалған шөғөлдө үҙ итеүселәрҙе эҙләп, күҙәтеп йөрөнөм, әммә ошоғаса ни өсөндөр осратырға тура килмәне. Шулай ҙа таптым мин ундай оҫтаны. Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылында йәшәгән Фәйлә Кәримованың нисек итеп аҡ майҙы төшөргәнен күҙәтергә насип булды. Ә уның айранының ниндәй тәмле һәм файҙалы икәнен күптәр әле белмәйҙер ҙә. Аҡ майҙы бешеү өсөн 15 литр һөттө ойотабыҙ. Алдан әҙерләнгән бер литр ҡаймаҡҡа ике ҡалаҡ ойотҡан туҡып, 10 сәғәт тирәһе ултыртып ҡуябыҙ. Ҡаймаҡты һирәкләп болғатып торорға ла мөмкин, ул әсерәк булырға тейеш. Артабан алдан әҙерләнгән ойотҡанды ағас көбөгә ҡойоп, бер аҙ туҡыйбыҙ. Әҙер массаға ҡаймаҡты ҡоябыҙ ҙа бешкәк ме