"Ишей ауыл мәҙәниәт йортонда "Геройҙар беҙҙең арала" исемле батырлыҡ сәғәте үткәрелде. Сара ла өләсәй - олатайҙарына каникулға килгән балалар ҡатнаштылар. МХО- ла ҡатнашып, батырҙарса һәләк булған ауылдашыбыҙ Ҡарасурин Динислам Әхиәр улының батырлығы хаҡында булды. Балаларға батырлыҡ,ҡыйыулыҡ,тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү маҡсат итеп алынды. Динислам Әхиәр улы ауылдаштар белеүенсә алсаҡ, ярҙамсыл, тырыш кеше итеп күҙ алдына килтерһәк,тағы ла ҡыйыу,батыр, тыуған илен яратҡан ысын батыр яугир ҙә булған. Йәш быуынға үҙебеҙҙең аранан сыҡҡан батырыбыҙҙы белергә ,онотмаҫҡа кәрәк. Халыҡ хәтере мәңгелек! Күгебеҙ аяҙ , донъялар имен булһын!"- тип хәбәр итә ишейҙәр.
"Ишей ауыл мәҙәниәт йортонда "Геройҙар беҙҙең арала" исемле батырлыҡ сәғәте үткәрелде
29 октября 202529 окт 2025
~1 мин