Өфөнөң Киров район суды дәүләт медицина учреждениеһының баш табибына хөкөм ҡарары сығарҙы. Республика клиник наркология диспансерының баш табибы Руслан Арыҫланов дәүләт ҡаҙнаһын алдағаны өсөн ике йылға иркенән мәхрүм ителде. Тәфтиш асыҡлауынса, 2020 йылда Арыҫланов, план күрһәткестәренең үтәлмәйәсәген белеп, отчетҡа ялған мәғлүмәттәр яҙған – уның күрһәтмәһенә ярашлы, 485 медицина картаһы тултырылған. Шул сәбәпле диспансер дәүләт заданиеһын 95,1 процентҡа үтәгән булып сыҡҡан, ғәмәлдә иһә күрһәткестәр үтә түбән. Ялған отчет һөҙөмтәһендә республика бюджетына 5,6 миллион һум зыян килгән, ә баш табип 321 мең һум премия алған. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! Фото: социаль селтәрҙән.