Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Көслө ҡатын-ҡыҙҙар дәүере башланды

Бөгөн “Башинформ” агентлығында яңыраҡ булдырылған “Ҡаһарман ҡатындар осоро – көслө ҡатын-ҡыҙҙар заманы” проектына арналған матбуғат конференцияһы булып үтте. Әлеге мәлдә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ҡатындары, әсәләре, апай һәм һеңлеләре нисек йәшәй? Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары кемгә ярҙам итергә һәм яҡларға әҙер? Ни өсөн махсус операцияла ҡатнашҡандарҙың батырлыҡтары тураһында һөйләү үтә мөһим? Был һорауҙарға журналистар алдында Бвашҡортостандың Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты етәксеһе, хәрби офицер ҡатыны Эльвира Мацкевич, республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Ольга Кабанова, Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы, республиканың МХО ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов, МХО-ла ҡатнашыусы, Александр Доставалов исемендәге батальондың хәрби хеҙмәткәре ҡатыны Илнара Сафина һәм “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Римма Низаметдинова һөйләне һәм һорауҙарға яуап бирҙе. Улар әйтеүенсә, республикала

Бөгөн “Башинформ” агентлығында яңыраҡ булдырылған “Ҡаһарман ҡатындар осоро – көслө ҡатын-ҡыҙҙар заманы” проектына арналған матбуғат конференцияһы булып үтте. Әлеге мәлдә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ҡатындары, әсәләре, апай һәм һеңлеләре нисек йәшәй? Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары кемгә ярҙам итергә һәм яҡларға әҙер? Ни өсөн махсус операцияла ҡатнашҡандарҙың батырлыҡтары тураһында һөйләү үтә мөһим? Был һорауҙарға журналистар алдында Бвашҡортостандың Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты етәксеһе, хәрби офицер ҡатыны Эльвира Мацкевич, республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Ольга Кабанова, Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы, республиканың МХО ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов, МХО-ла ҡатнашыусы, Александр Доставалов исемендәге батальондың хәрби хеҙмәткәре ҡатыны Илнара Сафина һәм “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Римма Низаметдинова һөйләне һәм һорауҙарға яуап бирҙе. Улар әйтеүенсә, республикала МХО-ла ҡатнашыусыларҙың тыуған еренә әйләнеп ҡайтыуына яугирҙәргә адаптация өсөн ныҡлы база булдырыла, эш урындары әҙерләнә, улар мәҙәниәт, спорт һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша аласаҡ. Алдараҡ ҡайтҡан ҡаһармандар һуңыраҡ ҡайтыусылар өсөн шарттар тыуҙырырға ярҙам итә. “Ҡаһарман ҡатындар осоро – көслө ҡатын-ҡыҙҙар заманы” проектының төп бурысы – МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ҡатмарлы хәлдә йәшәгән ҡатындары, әсәләре, апайҙары һәм һеңлелерәнә комплекслы ярҙам күрһәтеү. Автор фотоһы.