Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
"Урал" гәзите

Башҡортостан Башлығы менән оператив кәңәшмәнән иң мөһимдәре

Башҡортостан Башлығы менән оператив кәңәшмәнән иң мөһимдәре: 👔 Республика Хөкүмәте сафында үҙгәрештәр иғлан ителде. Азамат Юлдашбаев Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Денис Ғәниев республика Башлығының матбуғат хеҙмәтенә етәкселек итәсәк. Азат Бадранов Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһының ректоры вазифаһын үтәйәсәк. Ә Данияр Абдрахманов Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы буласаҡ, ул, Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең сәйәсәт эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһына раҫланасаҡ. 👷🏻‍♂️ Төҙөлөш отрядтары аша республикала 10 526 студент һәм мәктәп уҡыусыһы эшкә урынлашты. Өсөнсө хеҙмәт семестры барышында Башҡортостан предприятеларында 52 проект тормошҡа ашырылды, әүҙемселәргә, дөйөм алғанда, 520 миллион һум хеҙмәт хаҡы түләнде. Республиканың иң шәп студенттар отряды тип Башҡорт дәүләт педагогия университетының отряды табылды. 🔴 Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш 11 ноябрҙә үтәсәк. Республика

Башҡортостан Башлығы менән оператив кәңәшмәнән иң мөһимдәре:

👔 Республика Хөкүмәте сафында үҙгәрештәр иғлан ителде. Азамат Юлдашбаев Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Денис Ғәниев республика Башлығының матбуғат хеҙмәтенә етәкселек итәсәк. Азат Бадранов Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһының ректоры вазифаһын үтәйәсәк. Ә Данияр Абдрахманов Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы буласаҡ, ул, Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең сәйәсәт эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһына раҫланасаҡ.

👷🏻‍♂️ Төҙөлөш отрядтары аша республикала 10 526 студент һәм мәктәп уҡыусыһы эшкә урынлашты. Өсөнсө хеҙмәт семестры барышында Башҡортостан предприятеларында 52 проект тормошҡа ашырылды, әүҙемселәргә, дөйөм алғанда, 520 миллион һум хеҙмәт хаҡы түләнде. Республиканың иң шәп студенттар отряды тип Башҡорт дәүләт педагогия университетының отряды табылды.

🔴 Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш 11 ноябрҙә үтәсәк. Республика халҡы төбәк Башлығына һорауҙарҙы мессенджерҙар, социаль селтәрҙәр аша еткерә аласаҡ.

📁 Башҡортостандың күп функциялы үҙәктәре – илдә иң яҡшылары. Бөтә Рәсәй конкурсында төбәктең дөйөм селтәре лә, айырым хеҙмәткәрҙәре лә билдәләнде. Стәрлетамаҡ күп функциялы үҙәгенең баш белгесе Кристина Мортазина “Иң яҡшы универсаль белгес” номинацияһында еңде.

⚠️ Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы пилотһыҙ осоусы аппарат хәүефе тураһында SMS ярҙамында ла иҫкәртә башланы. Шулай ҙа хәүефле хәлдәр тураһында мәғлүмәт алыуҙың иң етеҙ ысулы булып “МЧС России” ҡушымтаһы ҡала. Уны күсереп алыуға һылтанмалар:

iPhone өсөн: https://apps.apple.com/app/id1530044766

Android өсөн: https://play.google.com/store/apps/details?id=io.citizens.security&hl=ru

🧹 Радий Хәбиров Туймазы ҡалаһындағы хеҙмәтләндереү эштәре менән ҡәнәғәт түгеллеген белдерҙе. Республика Башлығы ундағы хакимиәтте коммуналь өлкәгә иғтибарлыраҡ булырға өндәне һәм күршеләге Октябрьский ҡалаһын өлгө итеп килтерҙе.

🩺 Ағымдағы йылда 430 мең мәктәп уҡыусыһы медицина тикшереүе үткән. Сентябрҙә белем учреждениеларының медицина кабинеттары медпунктарға әйләндерелде, уларҙың хеҙмәт даирәһе яңыртылды, шәфҡәт туташы вазифаһы индерелде. Әле Башҡортостан мәктәптәрендә 584 медицина пункты, 255 стоматология кабинеты эшләй. Былтыр 16 стоматология кабинеты республика бюджеты аҡсаһына ремонтланды.

🧯 Быйыл урман янғындары былтырғынан 44 тапҡырға әҙәйгән. Ут сығыу хәүефе миҙгеле 208 көн дауам итте, был ваҡыт эсендә 20 урман янғыны һүндерелде. Был эште мәлендә башҡарыуға “Лесохранитель” системаһы ярҙам итә. Ул ике миллион гектар майҙанды күҙәткән 22 видеокамеранан тора.