Ҡабаҡ күп булғас, уны күп ваҡыт һанламайбыҙ, ҡәҙере юҡ. Ә бит унан бихисап тәмле ризыҡ бешерергә мөмкин. Һеҙҙең ҡабаҡҡа һарымһаҡ ҡушып ҡарағанығыҙ бармы? Ашап туйғыһыҙ тәмле лә, файҙалы ла ризыҡ килеп сыға. Ҡабаҡты әрсеп, орлоҡтарынан таҙартып турайбыҙ ҙа, табаның төбөнә әҙ генә май һалып, ҡабаҡты һалабыҙ, тоҙ һибәбеҙ. Шуның өҫтөнә бер нисә тырнаҡ һарымһаҡ ваҡлап турайбыҙ. Һуңынан ныҡ талғын утта бешерергә ҡуябыҙ. Һыу өҫтәмәйбеҙ, ҡабаҡ үҙенең һутында бешә. Һарымһаҡ тәме һеңгән ризыҡ бик тәмле килеп сыға. Күп ғаиләләрҙең яратҡан ризығына әйләнде ул. Автор фотоһы. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!