ӨЛӘСӘЙ-ҠАРТАТАЙҘАР КӨНӨ, Ҡотлайым барығыҙҙы. Ейәндәрҙе яратығыҙ, Йәлләмәй наҙығыҙҙы. Балаларҙың балалары, Бал-шәкәрҙән татлыраҡ. Өй йәмдәре ейәнсәрҙәр, Ҡояштан да яҡтыраҡ. Яҡты булһын,нурлы булһын, Уларҙың киләсәге. Һөйөп-иркәләһен һәр саҡ, Ҡартәсәй, өләсәһе. Татлыҡай,наҙлыҡайҙарым, Һау-сәләмәт булығыҙ. Һағышлы күнелдәремә, Шатлыҡ булып тулығыҙ! ФӘНИЛӘ ЙӘНДӘҮЛӘТОВА 28 октябрҙә Бөтә донъя олатайҙар һәм өләсәйҙәр көнө билдәләнә.