Пауэрлифтинг буйынса республика, ил, халыҡ-ара кимәлдәге турнирҙарҙа еңеүҙәр, халыҡ-ара кластағы спорт мастеры исемен алыу... Ҡырмыҫҡалы районының йәш спортсыларының береһе Марат Хәсәновтың еңеүҙәрен һанап бөтөрлөк түгел. Һәр береһе күңеленә яҡын, һәр береһе ҡәҙерле уның. “Тик еңеүҙәр менән бергә, еңелеүҙәр ҙә бик әһәмиәтле, сөнки нәҡ улар артабан алға ынтылырға, үрҙәрҙе яуларға көс бирә, үҫеш өсөн яңы аҙым булып тора”, - ти ул. Бөгөн Марат Хәсәнов ҡасандыр спортҡа килеүе менән бәхетле, әммә быға тормошондағы бәхетһеҙ осраҡ, яҙмышының ҡапыл боролош алыуы сәбәпсе була. Егет бала сағында ауыр йәрәхәт ала һәм сәләмәтлегенә ныҡлы зыян килә. Тик Марат Хәсәнов төшөнкөлөккә бирелә торған кешеләрҙән булмауын иҫбатлап, яҙмыш һынауын лайыҡлы ҡабул итә. - Мин бер ваҡытта ла үҙемде мөмкинлеге сикләнгән кеше итеп тоймайым. Шәхсән үҙем артыҡ ауырлыҡ кисермәйем, ошондай йәшәү рәүешен ҡабул иткәнмен һәм өйрәнгәнмен. Ни эшләйһең инде, тимәк, маңлайыма шундай яҙмыш яҙылған, - ти оптимистик рухлы егет. Эйе, бәғзе берәүҙәр тормош юлында осраған ваҡ-төйәк проблемалар алдында бөгөлөп төшкәндә, ҡайғыларын хәмер менән йыуғанда, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең ҡаяларҙы яулар көс табыуы - үҙе бер батырлыҡ. Марат та кескәй сағынан юҡ юғалып ҡалмай, үҙ-үҙен камиллаштырыу өҫтөндә эшләй, маҡсаттарына ынтыла. Ул массаж яһаусыға ла уҡып сыға, “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә лә белем ала, шулай уҡ М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның физик культура факультетын тамамлай. Спорт һөйөүсе егет шулай уҡ бар тырышлығын пауэрлифтинг менән шөғөлләнеүгә һала. Олокүл ауылы мәҙәниәт йортонда урынлашҡан тренажер залында уҙғарған сәғәттәр, даими күнекмәләр, үҙ өҫтөндә эшләү, әлбиттә,үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай – Мараттың кубок-миҙалдарын һанап бөтөрлөк түгел. Был ярышта, теге бәйгелә еңгән, тип әйтеүе генә анһат. Был еңеүҙәрҙең һәр ҡайһыһының нигеҙендә даими рәүештә үҙ өҫтөндә эшләү, рухи көс торғанын яҡшы аңлайбыҙ. - Спорт минең өсөн – ул тәү сиратта үҙем менән көрәшеү. Кеше һәр ваҡыт үҙе, үҙенең ялҡаулығы, баҙнатһыҙлығы менән көрәшергә тейеш. Тормош юлымда яҡшы кешеләр осрауы менән бәхетлемен. Айырыуса тренерҙарым Илнур Биташев менән Вадим Ҡанбәковҡа сикһеҙ рәхмәт. Спорт арҡаһында илебеҙҙең бихисап ҡалаларында булдым, бик күп кешеләр менән таныштым, дуҫтар таптым, - ти ул. Уның менән килешмәйенсә булмай. Һаулыҡ – ҙур байлыҡ, тибеҙ. Әммә яҙмыш ҡушыуы буйынса ауыр һынауҙар бирелгән, физик мөмкинлектәре сикләнгән замадаштарыбыҙға ҡарайһың да , тағы ла бер ҙур байлыҡ - ул күңел ихласлығы, уйҙар матурлығы, тигән фекергә киләһең. Ана бит, һау-сәләмәт кешеләр яулай алмаған бейеклектәр ҙә улар өсөн бер ни тормай. Күҙҙәрендә осҡон баҙлап янған, йәшәү дәрте тулы ҡарашлы, кешеләр менән гел итәғәтле, мөләйем һөйләшкән Марат Хәсәновҡа беҙ киләсәктә лә тормошоноң еңеүҙәрҙән генә тороуын, ә иң мөһиме – тормошҡа булған мөхәббәт уты ғүмер юлын яҡтыртып барыуын теләйбеҙ. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!