Йыл башынан алып Башҡортостандың мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иткән пенсия алды һәм пенсия йәшендәге 1,8 мең кеше төрлө өлкәлә үҙҙәренә эш тапҡан. Был “Кадрҙар” милли проектына ярашлы (национальный проект “Кадры”) башҡарыла, тип хәбәр итә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. Йыш ҡына пенсионерҙарға хәүефһеҙлек, логистика, ауыл хужалығы, юл төҙөлөшө, сәнәғәт производствоһы өлкәһендә эш тәҡдим итәләр. – Башҡортостанда йыл һайын өлкән йәштәгеләргә ярҙам итеү маҡсатында хеҙмәт һәм социаль әүҙемлек көнө уҙғарыла. Йыл башынан алып “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәктәренә 3,6 мең оло йәштәге кеше мөрәжәғәт иткән, улар 500-ләп сарала ҡатнашҡан, - ти ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Һорау менән ҡулланылған йүнәлештәр буйынса республикала 100-ләгән белем биреү программалары булдырылған. 50 йәштән өлкәндәр бушлай уҡыу үтеп, квалификацияларын камиллаштыра ала. Карьера консультанттары 256 кешегә яңы һөнәр алырға ярҙам иткән. Милли проекттар ил