Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Лизинг компанияһы ҡорамалдарҙы туранан-тура тәьмин итеүселәрҙән һатып ала

2025 йылдың тәүге туғыҙ айында Башҡортостандың Төбәк лизинг компанияһы төбәктең 44 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектына ярҙам күрһәтте, был дөйөм суммаһы яҡынса 302 миллион һумлыҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итте. Был хаҡта республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр иттеләр. Финанслау күләме производстволарҙы модернизациялауға һәм яңы ҡорамалдар, техника һәм транспорт һатып алыуға бүленгән 225,5 миллион һум тәшкил итә. – “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) сиктәрендә тормошҡа ашырылған лизинг программалары төбәк бизнесына отошло шарттарҙа кәрәкле активтарға инеүҙе тәьмин итә. Лизинг компанияһы ҡорамалдарҙы туранан-тура тәьмин итеүселәрҙән һатып ала һәм уны эшҡыуарҙарға артабан һатып алыу мөмкинлеге менән ҡуртымға бирә. Айырыуса ҡиммәтләнеү ставкаһы ни бары 3,32 процент тәшкил итеүе мөһим, — тип аңлатты Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина. Ярҙ

2025 йылдың тәүге туғыҙ айында Башҡортостандың Төбәк лизинг компанияһы төбәктең 44 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектына ярҙам күрһәтте, был дөйөм суммаһы яҡынса 302 миллион һумлыҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итте. Был хаҡта республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр иттеләр. Финанслау күләме производстволарҙы модернизациялауға һәм яңы ҡорамалдар, техника һәм транспорт һатып алыуға бүленгән 225,5 миллион һум тәшкил итә. – “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) сиктәрендә тормошҡа ашырылған лизинг программалары төбәк бизнесына отошло шарттарҙа кәрәкле активтарға инеүҙе тәьмин итә. Лизинг компанияһы ҡорамалдарҙы туранан-тура тәьмин итеүселәрҙән һатып ала һәм уны эшҡыуарҙарға артабан һатып алыу мөмкинлеге менән ҡуртымға бирә. Айырыуса ҡиммәтләнеү ставкаһы ни бары 3,32 процент тәшкил итеүе мөһим, — тип аңлатты Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина. Ярҙам республика иҡтисадының киң тармаҡтарын, шул иҫәптән төҙөлөш, аҙыҡ-түлек сәнәғәте, һаулыҡ һаҡлау һәм спортты үҙ эсенә ала. Ташламалы лизинг программалары эшҡыуарҙарға заманса технологияларға һәм ҡорамалдарға инеү мөмкинлеген бирә, был хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға һәм конкуренцияға һәләтле бизнес-проекттарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә. Ярҙам республикала теркәлгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының бөтә категориялары өсөн дә асыҡ, был булған етештереү ҡеүәттәрен үҫтерергә һәм эшмәкәрлектең яңы йүнәлештәрен башларға мөмкинлек бирә. Рәмилә Мусина фотоһы.