Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Әңгәсәктә – яңыртылған дауахана

Дүртөйлө районының Әңгәсәк ауылында капиталь ремонттан һуң участка дауаханаһы асылған. Был мөмкинлекте «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектын (национальный проект «Продолжительная и активная жизнь») тормошҡа ашырыу бирҙе, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Участка дауаханаһында Әңгәсәк, Яңы Бейектау, Йосоп, Сарлаҡ, Елгәргестәр, Арғыш, Тарасовка ауылдары халҡы медицина ярҙамы ала ала. Уларҙа дөйөм алғанда 2458 кеше йәшәй, шуларҙың 497-һе – балалар. Хәҙер һәр кеше уңайлы шарттарҙа квалификациялы ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә, был иһә йәшәү сифатын яҡшыртыу һәм киләсәк быуындарҙың һаулығын нығытыуға булышлыҡ итә. – Яңыртылған участка дауаханаһы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, был табиптарға төрлө сирҙе аныҡ билдәләргә һәм һөҙөмтәле дауаларға мөмкинлек бирә. Бында ял итеү урындары, ҡабул итеү кабинеттары һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы эш урындары булдырылған. Дауахананы яңыртыу – райондың медицина инфраструктураһын үҫтереүҙә яңы этап һәм ул сифатлы хеҙмәт күрһә

Дүртөйлө районының Әңгәсәк ауылында капиталь ремонттан һуң участка дауаханаһы асылған. Был мөмкинлекте «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектын (национальный проект «Продолжительная и активная жизнь») тормошҡа ашырыу бирҙе, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Участка дауаханаһында Әңгәсәк, Яңы Бейектау, Йосоп, Сарлаҡ, Елгәргестәр, Арғыш, Тарасовка ауылдары халҡы медицина ярҙамы ала ала. Уларҙа дөйөм алғанда 2458 кеше йәшәй, шуларҙың 497-һе – балалар. Хәҙер һәр кеше уңайлы шарттарҙа квалификациялы ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә, был иһә йәшәү сифатын яҡшыртыу һәм киләсәк быуындарҙың һаулығын нығытыуға булышлыҡ итә. – Яңыртылған участка дауаханаһы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, был табиптарға төрлө сирҙе аныҡ билдәләргә һәм һөҙөмтәле дауаларға мөмкинлек бирә. Бында ял итеү урындары, ҡабул итеү кабинеттары һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы эш урындары булдырылған. Дауахананы яңыртыу – райондың медицина инфраструктураһын үҫтереүҙә яңы этап һәм ул сифатлы хеҙмәт күрһәтергә мөмкинлек бирә, – тип билдәләй Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты В.В. Путин ҡарары менән йыл башынан алып тормошҡа ашырыла. Мәғлүмәт, фото: health.bashkortostan.ru/presscenter/news/765593/ Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!