Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ветеран «Абилимпикс» милли чемпионатында икенсе урынды яуланы

Махсус хәрби операция ветераны һәм "Ватанды һаҡлаусылар" фондының социаль координаторы Артем Мөхәрәмов Мәскәүҙә, «Тимирязев үҙәге» уҡыу-күргәҙмә комплексында, инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында профессиональ оҫталыҡ буйынса «Абилимпикс» милли чемпионатында икенсе урынды яуланы. Унда 1000 кеше, шул иҫәптән 90 махсус хәрби операция ветераны ҡатнашты. Улар 15 компетенцияла ярышты. Чемпионатта 450 кеше еңеүсе булды. - Көтмәгәйнем, әммә барыһы ла килеп сыҡҡанына шатмын. Бөтә эксперттарға, ирекмәндәргә рәхмәт. «Абилимпикс» - беҙҙе йылы ҡабул иткән ҙур дуҫ ғаилә. Бөтә нәмәлә лә ярҙам итәләр - яңы компетенцияларҙы үҙләштереүҙә, һаулыҡ сикләүҙәренә ҡарамаҫтан, элекке һөнәреңә ҡайтыуҙа. Ойоштороусыларға иҫ киткес сара өсөн, «Ватанды һаҡлаусылар» фондына инвалид булыуға ҡарамаҫтан, яратҡан эшең менән шөғөлләнергә мөмкинлеген күрһәткәндәре өсөн ҙур рәхмәт.Башҡортостанда миңә яратҡан ғаиләм - ҡатыным һәм улым дәртләндереп торҙо. Тыуған коллективыма рәхмәт, - ти Артем. Ар

Махсус хәрби операция ветераны һәм "Ватанды һаҡлаусылар" фондының социаль координаторы Артем Мөхәрәмов Мәскәүҙә, «Тимирязев үҙәге» уҡыу-күргәҙмә комплексында, инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында профессиональ оҫталыҡ буйынса «Абилимпикс» милли чемпионатында икенсе урынды яуланы. Унда 1000 кеше, шул иҫәптән 90 махсус хәрби операция ветераны ҡатнашты. Улар 15 компетенцияла ярышты. Чемпионатта 450 кеше еңеүсе булды. - Көтмәгәйнем, әммә барыһы ла килеп сыҡҡанына шатмын. Бөтә эксперттарға, ирекмәндәргә рәхмәт. «Абилимпикс» - беҙҙе йылы ҡабул иткән ҙур дуҫ ғаилә. Бөтә нәмәлә лә ярҙам итәләр - яңы компетенцияларҙы үҙләштереүҙә, һаулыҡ сикләүҙәренә ҡарамаҫтан, элекке һөнәреңә ҡайтыуҙа. Ойоштороусыларға иҫ киткес сара өсөн, «Ватанды һаҡлаусылар» фондына инвалид булыуға ҡарамаҫтан, яратҡан эшең менән шөғөлләнергә мөмкинлеген күрһәткәндәре өсөн ҙур рәхмәт.Башҡортостанда миңә яратҡан ғаиләм - ҡатыным һәм улым дәртләндереп торҙо. Тыуған коллективыма рәхмәт, - ти Артем. Артем Силәбе өлкәһенең Усть-Ҡатау ҡалаһында тыуған. Программалау буйынса урта махсус белем ала. Заводта, һуңынан вахта буйынса программа менән идара ителеүсе станоктар операторы булып эшләй. 2013-2014 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә. 2014 йылдың мартынан майға тиклем Ростов өлкәһендә сик һаҡлай, бының өсөн «Ҡырымды ҡайтарған өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, Артем шунда уҡ үҙен саҡырасаҡтарын аңлай. Армияла разведкала хеҙмәт итә һәм хәрби-иҫәп һөнәре бүлек командиры була. 2022 йылдың 29 сентябрендә мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға эләгә. Разведка ротаһына БМП-ла наводчик-оператор итеп тәғәйенләнә. Артем махсус хәрби операция барышында айырыуса батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Ике тапҡыр «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә, шул иҫәптән ҡамауҙа 18 көн буйы позицияларҙы обороналаған өсөн. Уның наградалары араһында шулай уҡ «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалы бар. 2023 йылдың октябрендә Авдеевканы штурмлағанда ҡаты яраланып, ҡулын юғалта. 2025 йылдың ғинуарынан ул «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан филиалында социаль координатор булып эшләй, һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә һәм МХО ветерандарына ярҙам итә, шул иҫәптән адаптация, спорт һәм реабилитация мәсьәләләре буйынса консультациялар бирә. Артем патриотик сараларҙа әүҙем ҡатнаша, спортсы. Чемпионатты ябыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы РФ мәғариф министры урынбаҫары Владимир Желонкин сәләмләне. "Чемпионатта изгелек һәм мөхәббәт тойғолары менән тулы иҫ киткес мөхит булдырылды. Ярышырға ғына түгел, ә ҡатнашыусыларға тормошта ярҙам иткән мөһим техник саралар менән танышырға ла мөмкин ине. Бөтә финалсылар - ысын оҫталар. «Абилимпикс» хәрәкәтенең абруйлы ҡатнашыусылары, һеҙ барығыҙ ҙа – беҙҙең иғтибар үҙәгендә», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Желонкин. Программаға шулай уҡ адаптив кейем күрһәтеү ҙә индерелгәйне. МХО ветерандары һәм уларҙың яҡындары Рәсәй етештереүселәре эшләнмәләрен күрһәтте: көндәлек һәм эшлекле, спорт, киске һәм эш стилдәрендә. "Беҙ ветерандарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ, шул иҫәптән медицина реабилитацияһы, психологик ярҙам һәм тыныс тормошҡа яраҡлашыу өсөн кәрәкле сараларҙа. Дөрөҫ һайланған кейем ышаныс һәм уңайлылыҡ тойғоһо тыуҙырыуҙа мөһим роль уйнай. Башҡортостан Республикаһынан МХО геройҙары 11 кейем тупланмаһы алды, 144 ғариза үҙәк аппаратҡа ебәрелде, өс ветеранға киләһе аҙнала адаптив кейем тапшырасаҡбыҙ", - тип билдәләне «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина. "Абилимпикс" чемпионатының эшлекле программаһы сиктәрендә Рәсәйҙә инклюзия үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләренә арналған пленар ултырыш, оҫталыҡ дәрестәре һәм түңәрәк өҫтәлдәр үтте. «Ватанды һаҡлаусылар» фонды менән берлектә геройҙарҙы тыныс тормошҡа ҡайтҡандан һуң социалләштереү һәм эшкә урынлаштырыу, спорт аша остазлыҡ һәм реабилитация мәсьәләләрен тикшереү ойошторолдо. Фото: "Ватанды һаҡлаусылар" фонды.