Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Рәсәй туристары һәләкәткә тарыған

Һуңғы ваҡытта Рәсәй туристары Таиландҡа барһалар, ни өсөндөр юл-транспорт ваҡиғаһына эләгеүсән. Был юлы ла беҙҙең туристар ултырған автобус ҡалҡыулыҡтан ҡолап төшкән. Һөҙөмтәлә 11 турист зыян күргән. Икәүһе - бик ауыр хәлдә, тағы ла ике кешенең хәле уртаса тип баһалана. Зыян күреүселәр араһында Башҡортостандан туристар бармы, юҡмы икәнлеге әлегә билдәһеҙ. Сит илгә ял итергә барһағыҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итмәгеҙ, экскурсияларҙы билдәһеҙ урындан алмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Ялығыҙ ҡазаға әүерелмәһен, ә бары тик йылы тәьҫораттар ғына ҡалдырһын! Фото: телеграм. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!