Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Мәләүездә ҡаҙанлыҡ реконструкциялана

Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) эсендәге “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу” федераль проекты сараларын тормошҡа ашыра. Был турала министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Мәҫәлән, “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу” федераль проекты буйынса Мәләүез ҡалаһында 4-се ҡаҙанлыҡ үҙгәртеп ҡорола. Апрелдә төҙөлөш-монтаж эштәренә контракт төҙөлгән. Яңыртыу эштәре 2025–2026 йылдарға планлаштырылған. 4-се ҡаҙанлыҡ Мәләүездәге объекттарҙың 60 проценттан ашыуын хеҙмәтләндерә. Анығыраҡ әйткәндә, ул ҡаланың бөтә төньяҡ өлөшөн – күп фатирлы йорттарҙы, колледжды, мәктәптәрҙе, гимназияларҙы, балалар баҡсаларын һәм башҡа социаль йәки коммерция объекттарын йылылыҡ менән тәьмин итә. Хәбәр ителеүенсә, объектта әлеге ваҡытта төҙөлөш әҙерлеге 26 процент тәшкил итә, ҡаҙанды килтереү ҙә көтөлә. 2030 йылға тиклем Башҡортостанда “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу” федераль проектын тор

Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) эсендәге “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу” федераль проекты сараларын тормошҡа ашыра. Был турала министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Мәҫәлән, “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу” федераль проекты буйынса Мәләүез ҡалаһында 4-се ҡаҙанлыҡ үҙгәртеп ҡорола. Апрелдә төҙөлөш-монтаж эштәренә контракт төҙөлгән. Яңыртыу эштәре 2025–2026 йылдарға планлаштырылған. 4-се ҡаҙанлыҡ Мәләүездәге объекттарҙың 60 проценттан ашыуын хеҙмәтләндерә. Анығыраҡ әйткәндә, ул ҡаланың бөтә төньяҡ өлөшөн – күп фатирлы йорттарҙы, колледжды, мәктәптәрҙе, гимназияларҙы, балалар баҡсаларын һәм башҡа социаль йәки коммерция объекттарын йылылыҡ менән тәьмин итә. Хәбәр ителеүенсә, объектта әлеге ваҡытта төҙөлөш әҙерлеге 26 процент тәшкил итә, ҡаҙанды килтереү ҙә көтөлә. 2030 йылға тиклем Башҡортостанда “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу” федераль проектын тормошҡа ашырыуға бөтәһе 12,4 миллиард һум ҡаралған, уның 8 миллиарды – федераль бюджеттан, ә 4,4 миллиард һумы – республика ҡаҙнаһынан. Шуны иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: быйылдан башлап РФ Президенты В.В. Путин ҡарары менән илдә яңыртылған, үҙ эсенә күп йүнәлештәрҙе алған күләмле милли проекттар ғәмәлгә ашырыла башланы. Улар халыҡтың тормош-көнкүрешен төрлө яҡлап яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Сығанаҡ, фото: house.bashkortostan.ru/presscenter/news/766244/ Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!