Найти в Дзене

Өләсәйҙәр ни өсөн башының лепкәһенә май һылаған?

Беҙҙең халыҡта “мейем кипте”, “мейеһе ҡороған”, хатта “һыумейе” тигән һүҙҙәр бар. Улар юҡтан ғына килеп сыҡмаған. “Фатима, Ғәйниямал өләсәйемдәр мунсаға инер алдынан йәки йәйҙең эҫе көндәрендә, мейе кипмәһен тип, баш түбәһенә һарыҡтың эс майын йә һары май һылап, сәй ҡурғашы менән ҡаплап, яулыҡ ябыныр ине. «Мейе кипһә, нимә була, өләсәй?» тип һораһаҡ, «Кешенең зиһене томалана, хәтере насарая», – тип яуаплай торғайнылар. Әлеге ваҡытта тап ана шундай сирлеләр – иҫен юғалтып, аҡылдан яҙып ауы­рыусылар күп. Бының сәбәбе мейе кибеүҙә түгелме икән, тип уйлап ҡуям ҡайһы саҡта, сөнки күптәр эҫе ҡояш аҫтында ла яланбаш йөрөүҙе хуп күрә”, - ти Сибай ҡалаһында йәшәгән хажиә, имсе Дилара апай Рафиҡова. Ғөмүмән, халҡыбыҙ бихисап һаҡланыу сараларын белгән, тәбиғи дауалау ысулдарын өҫтөн күргән. Мунсалағы эҫе парҙың башҡа, айырыуса лепкәгә зыянлы булыуын да улар яҡшы белгән. Табиптар ҙа мунса төшкәндә мотлаҡ кейеҙ кәпәс кейергә ҡуша. Шулай уҡ өләсәйҙәрҙең аҡылын, файҙалы кәңәштәрен бөгөн дә ҡулланыу һ

Беҙҙең халыҡта “мейем кипте”, “мейеһе ҡороған”, хатта “һыумейе” тигән һүҙҙәр бар. Улар юҡтан ғына килеп сыҡмаған. “Фатима, Ғәйниямал өләсәйемдәр мунсаға инер алдынан йәки йәйҙең эҫе көндәрендә, мейе кипмәһен тип, баш түбәһенә һарыҡтың эс майын йә һары май һылап, сәй ҡурғашы менән ҡаплап, яулыҡ ябыныр ине. «Мейе кипһә, нимә була, өләсәй?» тип һораһаҡ, «Кешенең зиһене томалана, хәтере насарая», – тип яуаплай торғайнылар. Әлеге ваҡытта тап ана шундай сирлеләр – иҫен юғалтып, аҡылдан яҙып ауы­рыусылар күп. Бының сәбәбе мейе кибеүҙә түгелме икән, тип уйлап ҡуям ҡайһы саҡта, сөнки күптәр эҫе ҡояш аҫтында ла яланбаш йөрөүҙе хуп күрә”, - ти Сибай ҡалаһында йәшәгән хажиә, имсе Дилара апай Рафиҡова. Ғөмүмән, халҡыбыҙ бихисап һаҡланыу сараларын белгән, тәбиғи дауалау ысулдарын өҫтөн күргән. Мунсалағы эҫе парҙың башҡа, айырыуса лепкәгә зыянлы булыуын да улар яҡшы белгән. Табиптар ҙа мунса төшкәндә мотлаҡ кейеҙ кәпәс кейергә ҡуша. Шулай уҡ өләсәйҙәрҙең аҡылын, файҙалы кәңәштәрен бөгөн дә ҡулланыу һис тә зыян итмәҫ. Миләүшә Ҡыҙрасова-Ишемғолова фотоһы. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!